“Дебют” шахмат-шашка клубында “Изгелекле кешеләр” хәйриә фонды һәм ҡатын-ҡыҙҙар ойошмаһы, “Темп” үҙәге сираттағы йәрминкә ойошторҙо.
Мәғлүм булыуынса, уның исеме генә йәрминкә. Унда бер нәмә лә һатылмай, киреһенсә, бушлай бирелә. Шулай ҙа баҙарҙан бер нимәһе менән дәайырылмай ул. Рәт-рәт теҙелгән өҫтәлдәрҙә нәмә теләйһең, бөтәһе лә бар. Өлкәндәр, йәштәр, балалар, ир-егет, ҡатын-ҡыҙ кейемдәре, аяҡ кейеме, китап, уйынсыҡ, хатта постель һәм 1 йәшкә тиклемге сабыйҙар өсөн кәрәк-яраҡтар ҙа осрай.
Йәрминкәгә йөрөйҙәрме икән, тип һорағандар бар. Ике айға бер тапҡыр ойошторолған сараны Мәләүездә көтөп алалар. Был юлы ла унда бик күп кеше ҡатнашты. Уларҙың бөтәһе лә тиерлек аҙ килемле, күп балалы ғаиләләр. Һаулыҡ мөмкинлеге сәбәпле эшкә урынлаша алмағандар ҙа бар.
Көн йылынғас кейергә еңел куртка һайлаған оло йәштәрҙәге апай менән һөйләшәм.
-Йәрминкәгә икенсе тапҡыр килдем, - ти ул. - Үткәнендә уҡырға китаптар, өйҙә кейеп йөрөргә костюм алып ҡыуанғайным. Әле бына тигән өҫкө кейемле булдым. Бындай саралар бик кәрәк, тип уйлайым, сөнки килеме аҙ булыу сәбәпле, тормошон бөтәйтә алмағандар ҙа, кейелмәй ятҡан кейемдәрен ҡайҙа ҡуйырға белмәгәндәр ҙә арабыҙҙа бик күп. Шулай, бер-береңә ярҙам итеп йәшәгәндә генә йәшәйешебеҙ еңелерәк, матурыраҡ тойола.
Был көндө шулай уҡ “Каприз”, “Карэ” парикмахерскийҙары оҫталарынан бушлай сәс киҫтерергә оҙон сират торҙо. Мастерҙар һәр клиентҡа ихтирамлы мөнәсәбәт күрһәтте. Һыуҙа, ҡомда һүрәт төшөрөү буйынса оҫталыҡ дәресе, шашка уйыны ойошторолдо. Ә алтын ҡуллы Гөлназ Уразова үҙенең ижад емештәрен тәҡдим итте.
Быларҙан тыш, һирәк осрай торған ауыр сиргә дусар булған 6 йәшлек Аделия Ҡәйүмоваға операция эшләтеүгә аҡса йыйыу өсөн бокс ҡуйылды. Хәйриә йәрминкәһен ойоштороусыларҙың береһе, “Темп” балалар-үҫмерҙәр үҙәге өҫтәмә белем биреү педагогы Наталья Лукичева билдәләүенсә, аҡса йыйыуға 21-се балалар баҡсаһы, 6-сы лицей, “Темп” үҙәге коллективы ҙур өлөш индерҙе.
“Изгелекле кешеләр” һәм “Йәш ирекмәндәр” ойошмаһы волонтерҙары сараға килеүселәргә әйбер һайларға ярҙам итте.