Йола буйынса марттың аҙна аҙағында балалар һәм үҫмерҙәр аҙналығы китабы үтә, уҡыусылар өсөн ул ысын байрам булып тора. Һәр бер аҙнаның үҙ
темаһы һәм девизы була, быйыл девиз: “Китаптан да яҡшырак донъяла дуҫ юҡ!”
Балалар һәм үҫмерҙәр китабы аҙналығы - ул һәр ваҡыт яңы асыштар, сәхнәләштерелгән тамашалар, китап карнавалдары, әҙәби геройҙар парады, конкурстар, викториналар. Был саралар уҡыуға ҡыҙыҡһыныу арттырыу, уҡыусыларҙың интеллектуаль һәм ижади һәләтен үҫтереүгә йүнәлтелгән.
4-се ҡала китапханаһында асыу тантанаһы үтте. “Һаумы, китап дәүләт батшалығы” сәхнәләштерелгән байрамына (“Василек”) 10-сы балалар баҡсаһынан әҙерлек төркөмө тәрбиәләнеүселәре килде. Балалар төрлө әкиәт геройҙары менән осрашты. Матроскин бесәйе, мәсекәй әбей, йорт эйәһе Кузя менән улар балалар өсөн төрлө уйындар, йомаҡтар, шиғырҙар әҙерләгән. Балалар төрлө һорауҙарға ихлас яуап бирҙеләр, улар барыһы ла әкиәттәрҙе, әкәиәт геройҙарын белә.
Матур биҙәлгән күргәҙмәне балалар иғтибарһыҙ ҡалдырманы, ҡыҙыҡһынып яңы китаптар һәм журналдар менән таныштылар. Балалар китабы аҙнаһы дауам итә. Ҡунаҡтар көтәбеҙ, рәхим итегеҙ!