Йәкшәмбе Кемерово ҡалаһында “Ҡышҡы сейә” сауҙа-күңел асыу үҙәгендә әлегә асыҡланмаған сәбәптәргә бәйле янғын сығып, тағы фажиғә теркәлде. Яҙғы каникулдар башланып, яңы көс туплау, йәнһүрәт премьераһын ҡарарға килгән балалар, уҡыусылар, ошонда эшләгән хеҙмәткәрҙәр, ябай граждандар, һатып алыусылар утлы ҡапҡан эсендә янып, янғында тонсоғоп вафат булды. Аңһыҙ үлемдә тағы тиҫтәләрсә ғәйепһеҙ йәндәр ҡоран булды.
“Ҡышҡы сейә” сауҙа үҙәгендә сауҙа нөктәләре, фитнес-клуб, күңел асыу урындары, балалар өсөн уйын һәм тамаҡ ялғай торған зоналар, кино ҡарау залдары урынлашҡан. Бындай урындарҙа аҙнаның һәр көнөндә ололар, балалар ҙа йәне теләгән шөғөл таба.
Бер ғаиләнән мәктәптә уҡыған ике-өсөшәр балаһын юғалтҡандар ҙа бар.
Янғын балаларҙың уйын зонаһынан сыҡҡан, тип баралар, әммә был әлегә рәсми түгел. Сауҙа үҙәгенең ҡыйығы емерелеүе, стена, түшәмдең тиҙ яныусан пластик материал менән көпләнеүе лә ҡорбандар һанын арттыра. Янғын тураһында иҫкәртеү сигналы эшләмәүе, запас сығыу урындары булмауы, төп сығыу ишектәренең блокировкаланыуы ла мәғлүм бөгөн. Меңәрләгән кешене бер урынға туплаған күңел асыу-сауҙа үҙәктәренең ни тиклем хәүефле урын икәнлеген аңлайбыҙ ҙа бит...
Был фажиғәнән һуң да талаптар көсәйер, ғәйеплеләрҙе тапҡан булырҙар, махсус комиссиялар ойошторолор. Һәм тағы аҡса, табыш артынан ҡыуып, шул уҡ талаптар ҡағыҙ биттәрендә ҡалыр, онотолормо? Кемдәрҙер байыр, кемдәрҙер ҡәҙерле кешеләрен юғалтып, мәңгелек ғазап утында яныр...
Кемерово өлкәһе халҡының ҡайғыһын уртаҡлашып, Мәләүез халҡы ла “Кемерово, беҙ һеҙҙең менән!” акцияһына ҡушылды. “Мәңгелек ут” монументы алдында шәмдәл тоҡандырҙы, һауаға аҡ шарҙар осортто. Йәшәй ҙә башламаған балалар ут ҡоршауында сәсәп, атай-әсәһен, туғандарын ярҙамға саҡырған, бикле ишектәргә уҡталған, бер һулам саф һауаға интегеп аңын юйғандыр.
Һеҙҙе һаҡлай, ҡотҡара алмағанға ғәфү итегеҙ, балалар...