Редакция архивында гәзит битендә донъя күрмәгән бик күп фото һаҡлана. Улар араһында ғаилә юбилейҙары, мәҙәни саралар, әҙәби кисәләр, спорт ярыштары, иҫтәлекле даталар айҡанлы үткәрелгән байрамдарҙа төшөрөлгән һүрәттәр бар.
Күптән түгел ошо матур фото күҙгә салынды. Бик иҫтәлекле ваҡиғаға арналған сағыу, күңелле байрамда төшөрөлгәйне ул. Хөрмәтле гәзит уҡыусыларыбыҙ араһында шуның буйынса конкурс иғлан итергә булдыҡ. Унда ҡатнашыу өсөн был фото ҡасан, ниндәй сарала төшөрөлгән тигән һорауға яуап бирергә һәм уға исем бирергә кәрәк. Дөрөҫ яуап биргән һәм иң матур исем ҡуйған кеше еңеүсе була. Конкурсҡа йомғаҡ апрель аҙағында яһала.