Яңылыҡтар
5 Апреля 2018, 06:41

Тәжрибәһен уңышлы таратҡаны өсөн бүләкләнде

Гөлнәзирә Рәхмәтуллина "Педагогия тәжрибәһен таратыуҙа уңышлы эшмәкәрлеге өсөн" номинацияһында еңеүсе тип танылды.

Тәжрибәһен уңышлы таратҡаны өсөн бүләкләнде
8-се мәктәптең башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы Гөлнәзирә Рәхмәтуллинаның "Йыл уҡытыусыһы - 2018" төбәк-ара конкурсы финалына үтеүе тураһында хәбәр иткәйнек инде. Алдынғы ҡарашлы, тәжрибәле педагогыбыҙ финал этабы һынауҙарын да уңышлы үтте.
Баш ҡалабыҙ Өфөлә үткән мәртәбәле сарала бөтәһе 45 уҡытыусы, шул иҫәптән берешәр конкурсант Татарстандан һәм Силәбе өлкәһенән ҡатнашты. Гөлнәзирә Рәхимйән ҡыҙы "Эссе" һәм "Оҫталыҡ дәресе" конкурстарында уңышлы сығыш яһаны. Уның мастер-класы иң яҡшыларҙың береһе, тип билдәләнде. Яҡташыбыҙ "Мәғариф сәйәсмәндәре түңәрәк өҫтәле" турында ла юғары һөҙөмтәгә өлгәште.
Күптән түгел иң яҡшы башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусылары араһында үткәрелгән һөнәри конкурсҡа йомғаҡ яһалды. Унда еңеүселәрҙе, лауреаттарҙы бүләкләү тантанаһы ойошторолдо.
Гөлнәзирә Рәхмәтуллина "Педагогия тәжрибәһен таратыуҙа уңышлы эшмәкәрлеге өсөн" номинацияһында еңеүсе тип танылды. Уҡытыусыны еңеүе менән ҡотлайбыҙ һәм артабанғы уңыштар теләйбеҙ.
Вилиә ФӘХРЕТДИНОВА.
мәғариф идаралығы методисы.
Читайте нас