Яңылыҡтар
6 Апреля 2018, 09:21

Урындағы бүлексә - маҡтаулы исемлектә

Партияның Мәләүез районы урындағы бүлексәһе “Берҙәм Рәсәй” партияһының Рәхмәт хаты менән бүләкләнде!

Партияның Мәләүез районы урындағы бүлексәһе “Берҙәм Рәсәй” партияһының Рәхмәт хаты менән бүләкләнде!
Һайлау алды кампанияһы алдынан “Берҙәм Рәсәй” партияһының “Мобилизациялау” проекты сиктәрендә яҙма рәүештә һайлауҙа ҡатнашырға теләк белдергән гаждандарҙың исемлеге электрон базала теркәлде. Республиканың депутаттар корпусы һәм төбәк бүлексәһе етәкселәренә базаға 400 мең кеше индереү талабы ҡуйылған ине. 16 мартҡа ҡарата унда 456 мең 141 кешенең анкетаһы теркәлде. Ҡуйылған бурысты 38 урындағы бүлексә тулыһынса, 14-е 80 процентҡа үтәне.
Мәләүез районы урындағы бүлексәһе лә ошо маҡтаулы исемлектә. Һайлау көнөндә 421 меңдән ашыу кеше мәғлүмәт системаһында теркәлде (92,3 процент). Ваҡыттың тығыҙ һәм аҙ ҡалыуына ҡарамай, беҙ алдыбыҙға ҡуйылған бурысты үтәүгә өлгәштек!
Гөлгөнә Ҡаранаева, әйҙәүсе белгес.
Читайте нас