Һеҙҙе Изге Христостың терелеүе Пасха байрамы менән ҡотлайбыҙ!
Христиан календарында был көн көтөп алына һәм ҙур әһәмиәткә эйә. Байрамға бәйле йолалар һаҡланыуы, йәштәрҙең уны дауам итеүе шатландыра. Яҙ менән бергә яңырыу һәм ышаныс билдәһе булараҡ, ул шатлыҡ һәм өмөт бүләк итә. Пасха тантаналары күп быуатлыҡ рухи-әхлаҡи ҡиммәттәребеҙгә ихтирам, шәфҡәтлелек тәрбиәләй мохтаждарға ярҙам күрһәтеүҙә берләштерә, йәмғиәттә татыулыҡты нығыта.
Ошо байрам көнөндә туғандарығыҙ һәм яҡындарығыҙ менән аралашыу күңелдәрегеҙҙе йылытһын, йортоғоҙға һөйөү һәм ышаныс нуры тулһын.
Бөтәгеҙгә лә ныҡлы һаулыҡ, уңыш, ғаиләгеҙгә именлек һәм тыныслыҡ теләйбеҙ.
Район Хакимиәте башлығы Рөстәм Шәмсетдинов.