Көнгәк
+15 °С
Облачно
VKОКTelegramdzenMAX
Яңылыҡтар
13 Апреля 2018, 18:08

Ил тарихына хөрмәт

Космонавтика һәм авиация көнө айҡанлы ҡалаға Рәсәй Федерацияһы атҡаҙанған хәрби летчигы, летчик-снайпер, Рәсәй Геройы Владимир Рәшит улы Алимов килде.

Космонавтика һәм авиация көнө айҡанлы ҡалаға Рәсәй Федерацияһы атҡаҙанған хәрби летчигы, летчик-снайпер, Рәсәй Геройы Владимир Рәшит улы Алимов килде. Быға тиклем 2016 йылда Мәләүезгә космонавт, авиация генерал-полковнигы, ике тапҡыр Советар Союзы Геройы Владимир Коваленок килгән ине.
Ҡунаҡтарҙы мәктәп уҡыусылары тере коридорға теҙелеп Юрий Гагарин скверында ҡаршы алды. Йыйылыусыларҙы район Хакимиәте башлығы Рөстәм Шәмсетдинов сәләмләне һәм байрам менән ҡотланы. “Беренсе тапҡыр йыһан киңлегенә һуҡмаҡ һалған ябай совет космонавының тормошо, ҡаһарманлығы беҙҙең күңелдә оҙаҡ йылдарға һаҡланасаҡ”- тине ул сығышында.
Мәғлүмәт өсөн: Алимов Владимир Рәшит улы Ҡариҙел районында тыуып-үҫкән. Саратов юғары хәрби авиация училищеһын тамамлай. ”Ҡыҙыл Йондоҙ” орденына (1989 йыл), “Алтын Йондоҙ”миҙалына (2000 йыл) лайыҡ булған. 1986 йылда Берҙәм эҙләнеү-ҡотҡарыу хеҙмәте составында Чернобыль атом станцияһындағы һәләкәт эҙемтәләрен бөтөрөүҙә ҡатнаша, организмы 31 ренгент доза ала. Төньяҡ Кавказда хәрби бәрелеш барышында “СУ-25” самолеты экипажын ҡотҡарыу операцияһын уңышлы тамамлап, яғыулыҡ багы тишелгән вертолетта хеҙмәттәштәрен ҡотҡара. Тап ошо ҡаһарманлығы “Алтын Йондоҙ” миҙалы менән билдәләнә. Чечен һуғышында 250 хәрби осош яһай. Уларҙың күбеһе төнгө ваҡытта була. Ике ай дауамында экипаж дошмандың 80 артыҡ хәрби техникаһын юҡ итә. Тәғәйен пункт, нөктәгә разведчиктарҙы ташый, хәрби заданиенан һуң уларҙы кире алып ҡайта. 1999 йылдың 15 октябрендә майор Владимир Алимов Серноводск тораҡ пунктының 509.9 бейеклегендә дошмандар урап алған махсус төркөмгә ҡараған иптәштәрен ҡотҡара. Уның дөрөҫ тактикаһы 12 һалдатты ҡотҡара.
Артабан һүҙ Рәсәй Геройы Алимов Владимир Рәшит улына бирелде. Ул үҙенең Башҡортостандан булыуына ғорурланыуы тураһында белдереҙе. Беренсе космонавт Юрий Гагарин һымаҡ ҡыйыу булырға өндәне. Владимир Рәшит улы үҙенеңхәрби юлы, хеҙмәте тураһында һөйләне. Илдәге сәйәси хәлгә, халыҡ-ара мөнәсәбәттәргә байҡау яһаны. Йәштәр исеменән “Лига” (?)Максим Никифоров йәштәрҙе сәләмәт тормошҡа ылыҡтырыу, илһөйәрлек сифаттары тәрбиәләү маҡсатында район-ҡалала Хакимиәт тарафынан йүнәлешле эш алып барылыуы тураһында һөйләне.
Сираттағы туҡталыш - Гагарин исемендәге парк. Яңыраҡ скверҙан күсерелгән Юрий Алексеевичтың һәйкәленә асфальт юл түшәлгән, яҙғыһын йәшелләндереү эштәре дауам итәсәк. Бында ла байрам айҡанлы мәктәп уҡыусылары йыйылды.
Район Хакимиәте башлығы Рөстәм Шәмсетдинов халыҡты спорт, сәләмәт тормошҡа ылыҡтырыуға алып барылған программа сиктәрендә парк танымаҫлыҡ үҙгәрәсәген белдерҙе.
Владимир Рәшит улы ҡыҫҡаса сығышынан һуң эшлекле делегация составында парк менән танышты.
Балалар -үҫмерҙәр ижад һарайында атҡаҙанған хәрби летчик үҫеп килгән быуынды илһөйәрлек рухында тәрбиәләүгә арналған эштәр күргәҙмәһе менән танышты, шулай уҡ Ю.А. Гагарин исемендәге олимпиада еңеүселәрен ҡотлау тантанаһында ҡатнашты. Уҡыусыларға артабан да уңыштар юлдаш булыуын теләне. Еңеүселәр менән иҫтәлеккә фотоға төшкәндән һуң осрашыу 4-се мәктәптә дауам иттте. Бында “Батырлыҡ дәресе” сиктәрендә уҡыусылар сығышы тәҡдим ителде. Белем биреү учреждениеһының беренсе ҡатында, ваҡыт тығыҙ булыуға ҡарамай, летчик-снайпер Бөйөк Ватан һуғышы осоронда табылған экспонаттар менән танышты, һорауҙар бирҙе. “Мин дә ошондай уҡ йүнәлештә эшләйем. Хәтер мәңгелек булырға тейеш”, - тине ул.
Районға саҡырылған ҡунаҡ осрашыу барышында кадеттар менән космос тураһында ғына түгел, илһөйәрлек, ҡаһарманлыҡ, Ватанға тоғролоҡ тураһында әңгәмәләште.
Сара һуңында саҡырғандары һәм ҡунаҡсыллыҡ, ихласлыҡтары өсөн мәләүездәргә рәхмәт белдерҙе.
Читайте нас