Көнгәк
+17 °С
Облачно
VKОКTelegramdzenMAX
Яңылыҡтар
14 Апреля 2018, 10:42

Беҙ - бөгөн дә бөйөк космос державаһы!

Гагарин скверы - ҡаланың иҫтәлекле урындарының береһе булды. Ҡасандыр тап ошонда мәктәп уҡыусылары тантаналы шарттарҙа пионер сафына ҡабул ителгән, байрамдар алдынан биләмә йыйыштырылған, тәртипкә килтерелгән. 12 апрель йола буйынса бында тантаналы саралар уҙғарылып килде.

Гагарин скверы - ҡаланың иҫтәлекле урындарының береһе булды. Ҡасандыр тап ошонда мәктәп уҡыусылары тантаналы шарттарҙа пионер сафына ҡабул ителгән, байрамдар алдынан биләмә йыйыштырылған, тәртипкә килтерелгән.
12 апрель йола буйынса бында тантаналы саралар уҙғарылып килде. Сираттағыһында ла, йыһанға беренсе һуҡмаҡ һалған космонавтың яңыртылған обелискы алдында “Һуғыш балалары”, КПРФ партияһы, тыуған яҡты өйрәнеү музейы белгестәре, Йәштәр советы ағзалары ҡатнашлығында митинг һәм сәскә һалыу тантанаһы үтте. Сығыш яһаусылар Гагарин традицияларын үҫеп килгән быуын дауам итеү мөһимлеген һыҙыҡ өҫтөнә алды, 108 минут осошо менән илебеҙҙе бөйөк космос державаһы итеп танытҡан Юрий Гагариндың батырлығы, тормош юлы тураһында һөйләне. Сарала Гагаринға бағышланған шиғыр, йыр, хәтирәләр яңғыраны.
Һүрәттә: Сәскә һалыу.
Автор фотоһы.
Читайте нас