Быйыл - Рәсәйҙең хәрби комиссариаттарының юбилей йылы
Билдәле булыуынса, йөҙ йыл элек хәрби эш бүлектәре булдырыу тураһында декрет ҡабул ителә. Граждандар, Бөйөк Ватан һуғышы осоронда улар данлы юл үтә: 1941-1945 йылдарҙа Ҡыҙыл Армияға 30 миллиондан ашыу кеше оҙата, фронтты техника менән тәьмин итә, фашистик Германияны тар-мар итеүгә ҙур өлөш индерә.
Беҙҙең хәрби комиссариаттың да тарихы бай. 1937 йылда Воскресенский ауылында хәрби иҫәп өҫтәле булыуы мәғлүм. 1938 йылда ул хәрби комиссариатҡа әйләндерелә. Бер йылдан Совет урамындағы айырым бинаға күсә, Воскресенский һәм Мәләүез райондары берләштерелгәс, Мәләүез районы комиссариатына әйләнә. Һуғыш йылдарында уның аша СССР-ҙың Ҡораллы Көстәр сафына 23800 мең кеше саҡырыла, шуның 350-нән ашыуы - ҡатын-ҡыҙ. Оборона сәнәғәтенә 6500 кеше туплай. Ғөмүмән, район комиссариаты ил именлеген тәьмин итеүгә арналған бөтә сараларҙа ла әүҙем ҡатнаша. Мәғлүм булыуынса, 252 егет Афғанстан Республикаһында интернациональ бурысын үтәне. 51 яҡташыбыҙ орден-миҙалдар менән, шул иҫәптән 5-һе һәләк булғандан һуң бүләкләнде.
Хәрби комиссариат ярҙамы менән 1995 йылда тимер юлы вокзалы янында яугир-интернационалистар иҫтәлегенә обелиск ҡуйылды. Шулай уҡ мәләүездәр Чернобыль АЭС-ындағы һәләкәт эҙемтәләрен бөтөрөүҙә, Чечен Республикаһында ҡораллы бәрелештәрҙә ҡыйыулыҡ өлгөһө күрһәтте.
Хәрби комиссариат булдырылғандан алып уның менән 13 кеше етәкселек иткән. Һуғыш йылдарында бүлекте өлкән лейтенант Н. И. Ивлев (1938-1943), капитан Г. Л. Ғәлин (1943-1946) етәкләй. Хәрби комиссар дилбегәһен иң оҙаҡ тартҡандарҙан подполковниктар И. В. Малмыгин һәм Д. И. Хәмиҙуллинды атарға мөмкин. Улар ун йылдан ашыу бүлек эшен намыҫ менән алып барған. 2008 йылдан хәрби комиссар вазифаһын подполковник Р. Г. Ҡантимеров биләй. Етәкселәрҙең фиҙаҡәрлеге һәм эшенә яуаплы ҡарауы һөҙөмтәһендә бүлек төрлө йылдарҙа республикала маҡтаулы урындар ала. 2006 йылдан Мәләүез ҡалаһы, Мәләүез һәм Федоровка райондары хәрби комиссариаты тип атала.
Хәрби бүлек эшмәкәрлегендәге уңыштарҙа шәхси составтан тыш, граждандар персоналының да өлөшө ҙур. Мәҫәлән, З. М. Добренькая, Г. И. Бурова, Л. В. Сосниналар бик оҙаҡ йылдар эшләп, хаҡлы ялға сыҡты. А. И. Чернышова әлеге көндә лә эшләй. Уларҙың бөтәһе лә “РФ Оборона министрлығына - 200 йыл” миҙалы менән бүләкләнгән. Шулай уҡ Ә. Ш. Бикбова, Э. Ф. Гашникова, Н. М. Валовиковаларҙың фиҙаҡәр хеҙмәте юғары наградалар менән билдәләнгән.
Бөгөн комиссариат йәш быуынға хәрби-илһөйәрлек тәрбиәһе биреү йәһәтенән ҙур эш алып бара. Осрашыуҙар, хәрби хеҙмәт нигеҙҙәре буйынса уҡыу-күнекмә ярыштары, йыйылыштар үткәрә. Хәрби хеҙмәткә саҡырылыусыларҙы оҙатҡанда район Хакимиәте, сиркәү, мәсет вәкилдәре ҡатнашлығында тантаналы митингылар, оҙатыуҙар ойошторола. Тыныс ваҡытта ла был бүлектең эшмәкәрлеге ҙур әһәмиәткә эйә икәнлеген һәр кем аңлай.
бүлексә начальнигы ярҙамсыһы.