Яңылыҡтар
20 Апреля 2018, 08:47

20 апрель - Рәсәйҙә Донорҙар көнө

Кеше ғүмерен һаҡлауҙа әһәмиәтле дарыу Ҡыйыу йөрәкле һәм эскерһеҙ ярҙам итергә теләгән кеше генә донор була ала

Кеше ғүмерен һаҡлауҙа әһәмиәтле дарыу
Ҡыйыу йөрәкле һәм эскерһеҙ ярҙам итергә теләгән кеше генә донор була ала
Оҙаҡ йылдар үҙәк район дауаханаһының ҡан алыу бүлексәһендә медсестра булып эшләгән Шәүрә Хәйбуллина шундай фекерҙә.
Шәүрә Миңлеғәли ҡыҙы - Рәсәйҙең маҡтаулы доноры. Ҡан һәм уның компоненттары ҙур әһәмиәткә эйә булған дарыу икәнлеген, уларҙы яһалма юл менән етештереп булмағанлығын медицина хеҙмәткәре булараҡ яҡшы аңлай. Шуға ла 32 йыл буйы, йәғни 1981 йылда дауаханаға эшкә килгәндән алып, үҙ теләге һәм күңел ҡушыуы буйынса ҡан тапшырған.
Ҡан алыу бүлегенә һау-сәләмәт кешеләр генә килә. Әммә уларға ла иғтибарлы мөнәсәбәт, яҡшы мөғәмәлә кәрәк. Шәүрә Хәйбуллина һәр ҡан биреүсене яҡты йөҙ менән ҡаршы алыуы, ихтирамлы булыуы менән айырыла. Шуға ла әле хаҡлы ялда булһа ла, элекке хеҙмәттәштәре уны тик йылы һүҙҙәр менән иҫкә ала. Шәүрә Миңлеғәли ҡыҙы ла район халҡының һаулығын һаҡлау өлкәһендә тырыш хеҙмәт йылдарын, татыу, берҙәм коллективын һағынып хәтерләй.
- Элегерәк күсмә ҡан алыуҙар ойошторола ине. Район буйынса ла сығып китә инек, ҡала предприятиеларында ла донорҙарҙы йәлеп итеү эшен әүҙем алып барҙыҡ. Бер көндә 100-150-шәр кешенән ҡан алып ҡайтҡан ваҡыттар булды, - тип хәтерләй ул.
Шәүрә апай учреждениела ҡан алыу бүлексәһенең ябылыуы сәбәпле борсолоу ҙа белдерҙе:
- Бик күп донорҙарыбыҙҙы юғалттыҡ, тип уйлайым. Сит ҡалаға ҡан тапшырырға йөрөргә бөтәһенең дә мөмкинлеге юҡ бит.
Бөтә кеше лә ҡан тапшыра алмай, әлбиттә, үрҙә әйтеп китеүебеҙсә, уны сәләмәт тип табылғандар ғына бирә. Шуға ла Рәсәйҙең маҡтаулы доноры түш билдәһен йөрөтөүсе Шәүрә Хәйбуллина, донорлыҡ ғорурланыу өсөн бер сәбәп булырға тейеш, ти. Кешегә кемгәлер ярҙам итә алған өсөн генә түгел, ә һау кеше исемен йөрөтөү менән дә.
Һүрәттә: Рәсәйҙең маҡтаулы доноры Шәүрә Хәйбуллина.
Автор фотоһы.
Читайте нас