Яңылыҡтар
19 Апреля 2018, 20:17

Был яңғырауыҡлы һүҙҙәр генә түгел

БашҠортостан Башлығы Рөстәм Хәмитов ике сәғәт ярым дауамында республика халҡы менән онлайн режимында аралашты. Һаулыҡ һаҡлау, торлаҡ, торлаҡ-коммуналь хужалыҡ, мәктәпкәсә белем биреү, юлдар һәм башҡа йүнәлештә бөтәһе 10 меңдән ашыу һорау бирелде. Улар өйрәнеләсәк, һәм саралар күреләсәк.

БашҠортостан Башлығы Рөстәм Хәмитов ике сәғәт ярым дауамында республика халҡы менән онлайн режимында аралашты. Һаулыҡ һаҡлау, торлаҡ, торлаҡ-коммуналь хужалыҡ, мәктәпкәсә белем биреү, юлдар һәм башҡа йүнәлештә бөтәһе 10 меңдән ашыу һорау бирелде. Улар өйрәнеләсәк, һәм саралар күреләсәк.

Башта Рөстәм Зәки улы үткән йылға һәм быйылға ҡыҫҡаса анализ яһаны. 2018 йылдың мартына “Башнефть” йәмғиәтенән килемгә 16,5 миллиард һум һалым алыу һәм дөйөм сумманың 33,5 миллиард һумға етеүе үҫеш, төҙөлөш, социаль мәсьәләләрҙе хәл итеү мөмкинлеген биреүен билдәләне. План буйынса инвестицияны 20 миллиард һумға еткереү ҡарала – был мотлаҡ үтәлергә тейеш. Торлаҡ төҙөү тыуымдың артыуына ла ыңғай йоғонто яһаясаҡ, әлегә республика Башлығы демография хәле буйынса борсолоу белдерҙе. Йәш быуынды илдең киләсәген тәьмин итерлек лайыҡлы граждандар итеп тәрбиләүгә айырым иғтибар бүлә ил етәксеһе. Иң беренсе роль, әлбиттә, ғаиләгә бирелде, шулай уҡ баланың ҡарашын формалаштырыуҙа мәктәп мөхите, тиҫтерҙәренең мөнәсәбәте мөһим. Уҡытыусы балалар менән шөғөлләнергә тейеш, ә ҡағыҙ тултырыу менән түгел. Власть халыҡ мөрәжәғәтенә вайымһыҙ ҡалыуын да тәнҡитләп сыҡты Рөстәм Зәки улы. “Әгәр теләк булһа, бөтә мәсьәләне лә хәл итеү сараһын табырға була, тимәк, чиновник халыҡ зарын ишетергә, дөйөм мәнфәғәткә эшләргә теләмәй”, - тине ул.

“Беҙ һәр мөрәжәғәтте ҡарап, хәл итәсәкбеҙ, әлбиттә, ваҡыт, ресурс, сабырлыҡ кәрәк. Ҙәр кешенең мәнфәғәтенән сығып, бергәләп республикабыҙҙың киләсәгенә эшләйбеҙ. Беҙ бергә көслө, ҡеүәтле. Нәҡ берҙәмлектә – уңыш нигеҙе. ...Был яңғырауыҡлы һүҙҙәр генә түгел. Рәхмәт һеҙгә”, - тип һүҙен тамамланы Башҡортостан Башлығы.


Читайте нас