Ҡала мәҙәниәт һарайында Урындағы үҙидара көнө билдәләнде.
Байрамдың сығанағы тарих төпкөлөнә барып тоташа. 1785 йылда тап ошо көндә Екатерина II “Рәсәй империяһы ҡалалары хоҡуҡтарына һәм файҙаһына грамота”ны раҫлай. Байрам булараҡ был көн алтынсы тапҡыр билдәләнә.
Бөгөн муниципалитеттар - халыҡҡа иң яҡын власть органы. Ауыл-ҡала халҡы үҙҙәрен борсоған мәсьәлә, үтенес менән нәҡ уларға мөрәжәғәт итә. Урындағы үҙидараның төп бурысы - халыҡтың тормошон яҡшыртыу, ышанысын аҡлау, мохтаждарға ярҙам итеү. Урындарҙа үҙ эшен яҡшы белгән, яуаплы, тыуған ере, иленә битараф булмаған, намыҫлы кешеләр эшләй. Ошо осраҡта ғына халыҡ власҡа ярҙам итә, үҙҙәре лә әүҙемлек күрһәтәсәк.
Эш күләме, яуаплылыҡ та ҙур, әлбиттә. Райондың тотороҡло үҫешен тәьмин итеү, биләмәләрҙе төҙөкләндереү һәм йәшелләндереү, инфраструктураны яҡшы яҡҡа үҙгәртеү, торлаҡ-коммуналь хужалыҡ тармағында тәртип урынлаштырыу, юл, мәғариф, һаулыҡ һаҡлау, мәҙәниәт, спорт өлкәһендәге һорауҙар, ауыл хужалығы, бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡты үҫтереү, ғаилә, бала, йәштәр менән эшләү һәм башҡалар. Уларҙан башҡа халыҡтың көндәлек һорауҙарын хәл итеү ҙә ҙур иғтибар талап итә.
Район Советы рәйесе Александр Суботин йыйылыусыларҙы байрам менән ҡотланы, башҡарылған эштәргә туҡталды. Бөтә кимәлдәге депутаттар, ауыл старосталары, йәмәғәт ойошмаларының халыҡ мәнфәғәтендә эшләүен һыҙыҡ өҫтөнә алды. Районда 18 муниципаль берәмек бар: муниципаль район, 16 ауыл, 1 ҡала биләмәһе. Тармаҡта 160 хеҙмәткәр эшләй. Урындағы үҙидара органдарына 187 депутат һайланған, Йәштәр советы, Йәш депутаттар Ассоциацияһы уңышлы эшмәкәрлек алып бара.
Район Хакимиәте башлығы Рөстәм Шәмсетдинов үҙ сығышында юғары һөнәри оҫталыҡ, инициатива, эште ойоштора белеү һәләтенә эйә үҙидара органдары белгестәренә артабан да уңыштар юлдаш булыуын теләне. Шәкәрселәр ҡасабаһының 7-се һәм Восточный урта белем биреү мәктәптәренә автобус асҡысы, намыҫлы һәм оҙайлы хеҙмәт күрһәткесенә өлгәшкәндәргә Маҡтау грамоталары тапшырҙы. Ҡотланыусылар араһында Мәләүез ауыл советы хакимиәте башлығы Мөхтәр Йосопов та бар - ул БР Дәүләт Йыйылышы-Ҡоролтайҙың Маҡтау Грамотаһына лайыҡ булды.
Тап ошо тармаҡ хеҙмәткәрҙәре сәйәси ваҡиғалар уртаһында ҡайнап йәшәй. Территориаль һайлау комиссияһы рәйесе Татьяна Григина ла уларға ошо йүнәлештә ярҙам һәм теләктәшлектәре өсөн рәхмәтен белдерҙе.
Сара төрлө милләт вәкилдәре әҙерләгән концерт номерҙарына үрелеп барҙы.
Һүрәттә: Бер төркөм бүләкләнеүселәр.