Көнгәк
+17 °С
Облачно
VKОКTelegramdzenMAX
Яңылыҡтар
20 Апреля 2018, 08:05

Мауыҡтырғыс һандар донъяһында

Баш бухгалтерҙар көнө рәсми байрам түгел, шулай булыуға ҡарамаҫтан, был өлкә һөнәр эйәләре уны көтөп ала. 1994 йылда "Главбух" журналы башланғысы менән барлыҡҡа килгән иҫтәлекле датаны муниципаль райондың үҙәкләштерелгән бухгалтерияһы директоры Фәниә Әбитова ла һөнәри байрамы һанай, сөнки ул утыҙ йылдан ашыу ғүмерен тап ошо һандар донъяһына арнаған.

Баш бухгалтерҙар көнө рәсми байрам түгел, шулай булыуға ҡарамаҫтан, был өлкә һөнәр эйәләре уны көтөп ала. 1994 йылда "Главбух" журналы башланғысы менән барлыҡҡа килгән иҫтәлекле датаны муниципаль райондың үҙәкләштерелгән бухгалтерияһы директоры Фәниә Әбитова ла һөнәри байрамы һанай, сөнки ул утыҙ йылдан ашыу ғүмерен тап ошо һандар донъяһына арнаған.
Һылыу, нәзәкәтле ханымға: “Оҙайлы йылдар ҡоро һандар менән эш итеү ялҡытҡыс түгелме?” - тигән һорау бирҙем.
-Беҙҙе уратып алған мөхит һандар законына буйһона. Хатта улар йәшәйешебеҙ менән идара итә тиергә була. Һан законын белмәйенсә тормошто өйрәнеп булмай. Шуға ла һандар донъяһы ялҡытҡыс түгел, ә киреһенсә, мауыҡтырғыс, тип әйтер инем. Йәш саҡта һайлаған һөнәремде бик яратам. Ҡайҙа ғына хеҙмәт итһәм дә, эргә-тирәмдә тик эшенә тоғро булған яуаплы кешеләр генә уратып алды, - тип яуапланы.
Фәниә Әбитова хеҙмәт биографияһын үҙенең тыуған яғы Ейәнсурала бухгалтер булып башлай. Тормошҡа сыҡҡас, яҙмыш елдәре уны Мәләүезгә алып килә. Бында ла бөтә белемен, тырышлығын яратҡан һөнәренә бағышлай. Оҙаҡ йылдар "Ағиҙел" ресторанында баш бухгалтер вазифаһын биләй. 1993 йылдан район Хакимиәте мәҙәниәт бүлеге бухгалтерияһын етәкләй. Бөгөн татыу коллективта 26 кеше эшләй, бөтәһе лә юғары белемле. Етәксе хеҙмәткәрҙәренең эшенән бик ҡәнәғәт.
-Бухгалтер булып түҙемле, тәрән белемле кешеләр генә эшләй ала. Коллективта тап шундайҙар ғына тупланған. Билдәле булыуынса, ойошманың уңышы улар тултырған документтарҙың дөрөҫлөгөнә, ҡануниәттә билдәләнгән талаптарға ярашлы төҙөлгән отчетҡа ла бәйле. Шуның өсөн һөнәри байрам уңайы менән бухгалтерияла эшләгән ҡыҙҙарға рәхмәт белдергем килә.
Яуаплы етәксегә 2003 йылдан территориаль һайлау комиссияһының эшен алып барыуҙы ла йөкмәткәндәр. Бурысын еренә еткереп эшләгәне, намыҫлы хеҙмәте өсөн Үҙәк һәм территориаль һайлау комиссияларының Маҡтау грамотаһына лайыҡ булған. Шулай уҡ былтыр уға Башҡортостан Республикаһы Мәҙәниәт министрлығы Маҡтау грамотаһы тапшырылған.
Һүрәттә: муниципаль райондың үҙәкләштерелгән бухгалтерияһы директоры Фәниә Әбитова.
Автор фотоһы.
Читайте нас