Көнгәк
+14 °С
Облачно
VKОКTelegramdzenMAX
Яңылыҡтар
20 Апреля 2018, 08:18

Шаяртыумы, мыҫҡыл итеүме

Республикаға гастролдә булып киткән комик сәмгә тейҙе, әммә ҙур һабаҡ биреүен дә аңларға кәрәк

Республикаға гастролдә булып киткән комик сәмгә тейҙе, әммә ҙур һабаҡ биреүен дә аңларға кәрәк
Руслан Белый ни өсөн нәҡ Башҡортостанда аҫаба халыҡ башҡорттарҙы шулай “шаяртырға” йөрьәт иткән. Иле, теле өсөн янып йәшәгән, халҡы, тарихы менән ғорурланған бер кешене лә, милләтенә ҡарамай, битараф ҡалдырмағандыр республикабыҙ түренә баҫып сығыш яһаған комик һүҙҙәре. Ни өсөн тигәндә беҙ - бер ил балалары. Ә уңыш, еңеүҙәр - ана шул берҙәмлектең, бер-береңә, башҡаларҙың үҙенсәлегенә ихтирам менән ҡарап килешеп йәшәү һөҙөмтәһе. Эйе, һәр шаяртыуҙың нигеҙендә - ысынбарлыҡ, һәм бында үҙебеҙгә лә уйланырға урын бар. Ни өсөн башҡа республикала түгел, нәҡ беҙҙә бындай әҙәпһеҙлек, ниндәйҙер бер наҙан иң изге ҡиммәттәребеҙгә тел тейҙерә ала?.. Әлбиттә, был әҙәмгә сәхнәгә сығып баҫҡансы, телдәрҙе, тарихты өйрәнергә кәрәк ине, ә шулай ҙа ул, мәҫәлән, чечендар алдында бындай телмәр менән сығыш яһар инеме икән? Күрәһең, сәбәпте тәрәндәнерәк эҙләргә кәрәктер. Шул уҡ йәштәр аудиторияһындағы башҡорттар… телдең матурлығын, һығылмалылығын, ҡолаҡты иркәләрлек яғымлылығын күрһәткән өндәрҙе дөрөҫ итеп ғорурлыҡ менән әйтеп тә бирә алманылар. Ғәмәлдә, белем, тәрбиә яғынан бик алыҫ китмәгәндәр ғәзиз телебеҙҙе иҫеректәр теленә әйләндерҙе… Ә ниңә шунда ошо ерҙең хужаһы булараҡ, комик янына баҫып, күренекле шағирҙарҙың телебеҙҙең гүзәллеген, еребеҙҙең байлығын, Салауаттың батырлығын асып биргән шиғырҙарын уҡымаҫҡа йәки әҙәби башҡорт телендә телмәр тотмаҫҡа!? Һорау тыуа: ә башҡортмон тип ултырғандар, туған телен боҙмай, еренә еткереп һөйләшә беләме икән? Бына уйлағыҙ инде: ни өсөн Башҡортостанда башҡорт телен иҫеректәр теле менән сағыштырырға ҡыйыулығы еткәнен… Ысынлап та, күп йәштәребеҙ, балаларыбыҙ туған телдә бөтөнләй һөйләшмәй, йә булмаһа емерә-вата “иҫерек” өндәр менән һөйләшә. Мәҫәлән, шул тиклем йомшаҡ “Һ” өнөн ниңә хырылдатырға, шулай уҡ үҙенсәлекле “Ҡ”, “Ғ” –уларҙы ла артыҡ ҡаңҡылдатырға, ғырылдатырға кәрәкмәй. Дөрөҫ, айырым диалекттарҙа ҡатыраҡ әйтелә, ә ҡабул ителгән әҙәби телдә үҙенсәлекле яңғырашы бик матур.
Уйлап ҡараһаң, Руслан Белый, йәғни “Аҡ”тың телебеҙгә, тарихыбыҙға ҡара яғыуының тамыры үҙебеҙгә, мөнәсәбәтебеҙгә килеп тоташа түгелме?
Барыһы ла ғаиләнән башлана - балаға өлгө булған ата-әсәнән. Шулай уҡ тәрбиәсе, уҡытыусы образы ла һәр беребеҙҙе ғүмер буйына оҙатып бара. Ошо ҡәҙерле кешеләребеҙгә ҡарап, тормошҡа, тарихҡа ҡарашыбыҙ, йәшәү ҡиммәттәре формалаша. Мәҫәлән, тыуған ереңдә туған телдә сыҡҡан башҡорт баҫмаһын алдырмаған уҡытыусы балала рух, илгә, телгә һөйөү тәрбиәләй аламы? Башҡорт теле уҡытыусыларына һүҙ юҡ. Һеҙ сит тел йәки теүәл предметтар буйынса белем биргән уңышлы, ихтирам яулаған педагог йә булмаһа башҡа өлкә белгесе икән, үҙ миҫалығыҙҙа иҫбатларға кәрәк: башҡорт телендә һөйләшеү, уҡыу, тамырҙарыңа тоғро булыу камиллашыуға, юғары күтәрелергә кәртә түгел, ә, киреһенсә, ярҙамсы ғына. Һеҙ – башҡорт, тимәк, Һеҙгә районда туған телдә сыҡҡан “Көнгәк” гәзитен алдырыу өсөн кемдеңдер үтенесе йәки план кәрәкмәйҙер, моғайын. Әүҙем, илһөйәр йәш быуын тәрбиәләйек, балаларыбыҙ маңҡорт булып үҫмәһен. Ул саҡта бер ниндәй “белый” ҙа, “чёрный” ҙа мыҫҡыл яуҙырырға теле әйләнмәҫ, үҙебеҙҙе үҙебеҙ ихтирам итһәк, башҡалар ҙа хөрмәт итер…
Читайте нас