Көнгәк
-4 °С
Облачно
VKОКTelegramdzenMAX
Яңылыҡтар
22 Апреля 2018, 08:15

Ер һәм кеше

22 апрелдә Халыҡ-ара Ер көнө билдәләнә. Был - таҙа ер, һыу, һауа байрамы.

22 апрелдә Халыҡ-ара Ер көнө билдәләнә. Был - таҙа ер, һыу, һауа байрамы. Иҫтәлекле датаның тарихы XIX быуатта йәшәгән Америка гражданы Джон Стерлинг Мортон исеменә бәйле. Ул бер ни үҫмәгән ҡола яланға ағас ултыртыу, тирә-яҡты йәшелләндереү эшен яйға һала. Ер көнө рәсми рәүештә 1970 йылда иғлан ителә, акцияла 20 миллиондан ашыу кеше ҡатнаша. Ә 20 йылдан һуң был дата 141 илдә уҙғарыла.
Бөгөн экологтар Ер шарының сүп-сар, төрлө ҡалдыҡтан тонсоғоуын йәшермәй. Әгәр хәл ошолай дауам итһә, бер нисә тиҫтә йылдан эсәр һыу, йәшеллек юҡҡа сығыуы бар.
Был көн мәктәп уҡыусылары, предприятие эшсәндәре акция, өмәләргә сыға һәм үҙҙәренең планета яҙмышына битараф түгеллеген күрһәтә.
Читайте нас