Көнгәк
+16 °С
Облачно
VKОКTelegramdzenMAX
Яңылыҡтар
23 Апреля 2018, 11:21

Йәштәр - беҙҙең киләсәк

Ҡаланың төрлө мәктәптәренән йыйылған өлкән класс уҡыусыларын урындағы үҙидара органдары, башҡарма власть эшмәкәрлеге менән яҡындан танышыу маҡсатында район Хакимиәтенә экскурсия ойошторолдо. Сара йәштәрҙең федераль, республика, урындағы власть органдарының нисек эшләүен һәм бөгөн власть бөтә граждандар өсөн асыҡ икәнлеген күрһәтеүҙе күҙ уңында тотто.

Район Советы секретары Лилиә Һөйәрғолова район һәм ҡала Хакимиәттәре һәм район Советы, ауыл хакимиәттәре структураһы, уларҙың маҡсаттары, бурыстары, тормошҡа ашырылған саралар, программалар тураһында һөйләне. Осрашыу барышында Лилиә Зиннур ҡыҙы уҡыусыларҙың мәктәп үҙидараһын үҫтереү мөмкинлеген дә тикшерҙе, ул балаларҙың мәктәп тормошонда һәм төрлө ижтимағи саралар ойоштороуҙа әүҙем ҡатнашыуҙарын теләне.
Демократик, юғары интеллектуаль көскә эйә йәмғиәт төҙөү өсөн власть асыҡ булырға тейеш. Территориаль һайлау комиссияһы рәйесе Татьяна Григина урында һайлауҙарҙың нисек уҙыуы, уға әҙерлек, участка һайлау комиссиялары эшмәкәрлеге тураһында һөйләне. Тап ошондай сараларҙа ирекмәндәр ярҙамының мөһим икәнлегенә баҫым яһаны. “Рәсәй, республика, район киләсәге - һеҙҙең ҡулда”,- тип мөрәжәғәт итте ул.
Сығыштарҙан һуң уҡыусылар үҙҙәрен ҡыҙыҡһындырған һорауҙарға яуап эҙләне. Мәҫәлән, депутат булыу өсөн ниндәй талаптар ҡуйыла? Һәр кем был вазифаға эйә була аламы? Рәсәй Президентының нисә йылға һайланыуы, төрлө кимәлдәге программаларҙың үтәлешен тикшергән органдар, РФ Конституцияһы нигеҙҙәре һәм башҡалар.
Үҙидара көнө байрамы алдынан ошондай осрашыуҙар беренсе тапҡыр ғына уҙғарылмай. Күҙгә-күҙ ҡарап аралашыу, һис шикһеҙ, киләсәктә уҡыусылар һөнәр һайлағанда сағылыш табасаҡ.
ҺҮРӘТТӘ: Иҫтәлеккә фото.
Автор фотоһы.
Читайте нас