Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы - Ҡоролтай депутаттары киләһе ултырышта “Балиғ булмағандарҙың эше һәм уларҙың хоҡуғын яҡлау буйынса комиссиялар тураһында” БР Законынының 5-се статьяһына үҙгәрештәр индереү тураһында” закон проектын тикшерергә ниәтләй. Парламентарийҙар был органдарҙың бурысын киңәйтеүҙе күҙаллай. Хәҙер комиссиялар балалар һәм үҫмерҙәр араһында хоҡуҡ боҙоуҙарҙы, шулай уҡ балиғ булмағандарҙы суицидҡа этәргән осраҡтарҙы асыҡлау һәм иҫкәртеү менән өҫтәмә шөғөлләнәсәк.
- Стәрлетамаҡ мәктәптәренең береһендә булған фажиғә үҫмерҙәр мөхитендә иҫкәртеү эшенең мөһимлеген сираттағы тапҡыр иҫкә төшөрҙө, - тине Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы - Ҡоролтай депутаты Константин Толкачев. - Мәктәп уҡыусыларының хоҡуҡ боҙоуы юҡтан килеп сыҡмай. Балалар енәйәтсе булып тыумай. Әгәр ҙә ваҡытында дөрөҫ психология эше алып барылһа, тыңлай белһәң, эске донъяларын аңлаһаң, социаль селтәрҙәрҙә емергес төркөмдәрҙең кире йоғонтоһонан һаҡлаһаң, улар бер ҡасан да енәйәт эшләмәй. Үҫмерлек осоронда кеше психологияһы тотороҡһоҙ, ул эске көсөргәнеш кисерә һәм бына ошо кисерештәре агрессияға, суицидҡа йәки һәм башҡаға әйләнмәһен өсөн, өлкәндәр яғынан психологик ярҙам кәрәк. Әлеге закон проекты ошо ярҙамды үҙ ваҡытында күрһәтеүгә йүнәлтелгән дә инде.