Рәсәй Федерацияһы Юстиция министрлығы уҡыу үҙәге нигеҙендә Хәрби хеҙмәткә саҡырылыусылар көнө үткәрелде.
Башҡортостан Республикаһы хәрби комиссариатының Мәләүез ҡалаһы, Мәләүез һәм Федоровка райондары буйынса бүлек начальнигы, подполковник Р. Ғ. Ҡантимеров, ветерандар советы рәйесе А. Г. Кузнецов йәштәргә ил алдында бурыстарын уңышлы башҡарыуҙарын теләне. Эйе, еңел булмаған армия хеҙмәтендә, ауырлыҡтарҙы еңеп, сынығыу алып ҡайта егеттәр. Шуға күрә алдан әҙерлеккә ҙур иғтибар бирелә. Буласаҡ ил һаҡсылары хәрби спорт төрҙәре буйынса ярыштарҙа көс һынашты. Кәүҙәне күтәреү, автоматты һүтеп ҡороу, 100 метрға йүгереү, пневматик ҡоралдан сәпкә атыуҙа оҫталар билдәләнде.
Сарала минең иғтибарымды башҡалар менән бергә командаларҙы теүәл үтәгәнҡыҙ күҙгә салынды. Уның бында ни эшләүе менән ҡыҙыҡһынам. Барыһы менән бер рәттән ярышҡан Ғ. Хажиева бик мәргән ҡыҙ булып сыҡты. Ул - Восточный мәктәбенең 9-сы класс уҡыусыһы. Атыу менән бер йыл ғына шөғөлләнеүенә ҡарамаҫтан, ауылдар араһында беренсе урын яулап өлгөргән. Ул тағы ла волейбол спортын ярата икән.
Турникта күтәрелеүҙә иң яҡшы һөҙөмтәне Д.Улиәхмәтов, И. Сәйфуллин һәм И. Ҡорбанғәлиев күрһәтте. С. Анисимов, Ф. Уразбаев - иң етеҙҙәре булып танылды. И.Ниғмәтуллин, В.Романенков уларҙан аҙға ғына ҡалышты. Д.Мельников, Ф. Әбдрәшитов һәм А. Таштимеров та быларҙың үксәһенә баҫа яҙып финишҡа килеп етте. Ә ҡорал менән эш итеүҙә А. Измяков. И. Ҡорбанғәлиев, А.Белоусовҡа етеүсе булманы, шулай уҡ П.Коземиров. И.Смаҡов, С.Смирнов та һынатманы.
Һәр ир-егет өсөн хәрби хеҙмәт юлын үтеү, Ватан һаҡсыһы булыу – изге бурыс һәм ғорурлыҡ. Ошоно аңлаған, армияла сынығыу алған ир-егеттәребеҙҙең тоғролоғо, сик һағына баҫырға әҙерлеге илебеҙҙе көслө яһай, беҙгә тыныс тормошта йәшәү мөмкинлеге бирә.