Көнгәк
+17 °С
Облачно
VKОКTelegramdzenMAX
Яңылыҡтар
30 Апреля 2018, 08:02

Хөрмәтле янғын һағы хеҙмәткәрҙәре, тармаҡ ветерандары!

Хөрмәтле янғын һағы хеҙмәткәрҙәре, тармаҡ ветерандары!
Һеҙҙе һөнәри байрамығыҙ уңайынан ҡайнар ҡотлайбыҙ!
Бурысығыҙҙы юғары һөнәри кимәлдә теүәл үтәйһегеҙ, ут стихияһын туҡтатырға, ғүмерҙәрҙе ҡотҡарырға ашығаһығыҙ. Янғынды булдырмаҫ өсөн бөтә көсөгөҙҙө һалаһығыҙ. Хәүефле хеҙмәтегеҙҙә фиҙаҡәрлегегеҙ тәрән хөрмәт уята. Артабан да һеҙҙең ҡыйыу хеҙмәтегеҙ янғындарҙан ышаныслы һаҡлаһын, халыҡ именлеге, тыныслығы гаранттарының береһе булып ҡалһын.
Ветерандарға күп йыллыҡ фиҙаҡәр хеҙмәте, йәштәргә тапшырған бай тәжрибәһе өсөн, янғын бүлеге хеҙмәткәрҙәренә район-ҡала, тораҡ пункттарҙы уттан һаҡлауҙы тәьмин иткән өсөн рәхмәт белдерәбеҙ. Һеҙгә һәм яҡындарығыҙға ныҡлы һаулыҡ, бәхет һәм ғаилә именлеге юлдаш булһын.
Район Советы Президиумы.
Район Хакимиәте башлығы Рөстәм Шәмсетдинов.
Читайте нас