Көнгәк
+21 °С
Облачно
VKОКTelegramdzenMAX
Яңылыҡтар
30 Апреля 2018, 07:48

Иң ҡыйыу һөнәр эйәләре

Йыл һайын, традицияға ярашлы, апрелдең һуңғы көнөндә янғын һүндереүселәр үҙҙәренең һөнәри байрамын билдәләй. Ошо уңайҙан 50-се янғын часы начальнигы Денис Сорокинға мөрәжәғәт иттек.

Йыл һайын, традицияға ярашлы, апрелдең һуңғы көнөндә янғын һүндереүселәр үҙҙәренең һөнәри байрамын билдәләй. Ошо уңайҙан 50-се янғын часы начальнигы Денис Сорокинға мөрәжәғәт иттек. Ул түбәндәгеләрҙе бәйән итте:
- Янғын һағы - тиҙ ярҙам күрһәтеү һәм авария-ҡотҡарыу эштәрен башҡарыу буйынса иң оператив структураларҙың береһе. Уның нигеҙендә берҙәм ҡотҡарыу хеҙмәте булдырылған. Беҙҙең илдә янғын һүндереүселәрҙең арсеналында ҡеүәтле техника, төрлө автомобилдәр, катер, корабль, вертолеттар һәм хатта махсус янғын поездары бар. Бында батыр, ҡыйыу, башҡаларҙың ҡайғыһына битараф булмаған кешеләр хеҙмәт итә ала.
Оҙаҡ йылдар эшләгәндәрҙең исемдәрен дә телгә алыу дөрөҫ булыр: 50-cе янғын ҡараулы начальнигы Дамир Исхаков, өлкән янғын һүндереүсе Евгений Филиппов, бүлек командиры Илфат Аслаев, янғын һүндереүсе Руслан Рәхимов, диспетчер Оксана Степанова һәм башҡалар.
Мәләүез районы бүлексәһенең һәм 16 ирекле янғын һүндереү командалары район Хакимиәте башлығы Р. Н. Шәмсетдинов ярҙамында тотороҡло эшләп килә. Үткән йыл янғын һүндереүселәр 900-ҙән ашыу хәүеф сигналы буйынса сыҡты, быйыл йыл башынан - 200 тапҡыр.
Йыл һайын янғын һүндереүселәр 100-ҙән артыҡ кешене уттан ҡотҡара. Һуңғы 10 йыл эсендә беҙҙең район бүлеге юл-транспорт ваҡиғаларына йыш сыға. Бынан тыш, янғын һағына төрлө ғәҙәттән тыш хәлдәрҙе лә күҙ уңынан ысҡындырмау, уларҙы иҫкәртеү йөкмәтелгән. Көндәлек уҡыу, күнекмәләр бүлектең шәхси составына алда ҡуйылған бурыстарҙы юғары кимәлдә үтәргә булышлыҡ итә. Быйыл объекттарҙа янғынды булдырмау буйынса план буйынса һәм пландан тыш 130-ҙан ашыу сара уҙғарылған.
Янғынды һүндереүгә ҡарағанда иҫкәртеү еңелерәк. Был эш барыбыҙға ла ҡағыла һәм бөгөн бергә эшләгән, беҙгә һәр ваҡыт ярҙам ҡулы һуҙған район-ҡала эске эштәр бүлегенә, ЮХХДИ, үҙәк дауахана, торлаҡ-коммуналь , ҡала һәм район электр селтәрҙәре һәм бөтә предприятиеларҙың етәкселәренә һәм коллективына рәхмәтемде белдерәм. Шулай уҡ ветерандарыбыҙҙы һәм янғын һағында тороусыларҙы һөнәри байрам менән ҡотлайым. Барығыҙға ла именлек, һаулыҡ, ғаилә бәхете теләйем!
Читайте нас