Яҙ һәм Хеҙмәт байрамы менән!
Хөрмәтле мәләүездәр, район-ҡала ҡунаҡтары !
Яҙ һәм Хеҙмәт байрамы айҡанлы ихлас ҡотлауҙарҙы ҡабул итегеҙ!
Майҙың беренсе байрамы яңырыу килтерә һәм ижади хеҙмәтте үҙ эсенә ала. Бөгөн ауыл хеҙмәтсәндәре киләһе уңышҡа нигеҙ һала, сәнәғәт һәм эшкәртеүсе предприятиелар тотороҡло эшмәкәрлеген дауам итә.
Был байрам көнөндә район-ҡаланың иҡтисадына ныҡлы нигеҙ һалған хөрмәтле ветерандарыбыҙға рәхмәт белдерәбеҙ.
Быйылғы яҙ бөтәбеҙгә лә тыныс хеҙмәт шатлығы бүләк итһен. Һеҙгә һәм яҡындарығыҙға ныҡлы һаулыҡ, изгелек, именлек теләйбеҙ!
Район Хакимиәте башлығы Рөстәм Шәмсетдинов.