Көнгәк
+26 °С
Облачно
VKОКTelegramdzenMAX
Яңылыҡтар
8 Мая 2018, 06:36

Дәһшәтле йылдар бер ҡасан да онотолмаҫ

Үҙәк балалар китапханаһы “Балаларға һуғыш тураһында уҡыйбыҙ” халыҡ-ара акцияһында ҡатнашып, 4-се мәктәптең 3-сө класс уҡыусыларын Валентин Катаевтың “Сын полка” повесы менән таныштырҙы.

Үҙәк балалар китапханаһы “Балаларға һуғыш тураһында уҡыйбыҙ” халыҡ-ара акцияһында ҡатнашып, 4-се мәктәптең 3-сө класс уҡыусыларын Валентин Катаевтың “Сын полка” повесы менән таныштырҙы.
Һуңынан әҫәр буйынса әңгәмә ойошторолдо. Балалар әҙәби герой Ваняның тормошо буйынса һорауҙарға яуап бирҙе. Артабан “Һуғыш балалары” йәмәғәт ойошмаһы рәйесе Николай Бедняков үҙенең ауыр бала саҡ йылдары тураһында һөйләне. Сара барышында балалар Бухенвальд, Цайтхайн, Маутхаузен концлагерҙары һәм “Мәләүездә Еңеү көнө” тураһында фильм ҡараны, һуғыш осоро балалары хаҡында библиография күрһәткесе менән танышты. Акция һуңында уҡыусылар үҙҙәренең теләген еткерҙе һәм тын ҡалып, һуғышта һәләк булғандарҙы иҫкә алды.
Елена Коннова.

Китаптар хәтерҙе яңыртты
“Балаларға һуғыш тураһында уҡыйбыҙ” IX халыҡ-ара акцияһы сиктәрендә 4-се ҡала китапханаһында уҡыу сәғәте үтте. Унда 10-сы “Күк сәскә” мәктәпкәсә белем биреү учреждениеһы тәрбиәләнеүселәре саҡырылды.
Балалар иң тәүҙә дәһшәтле йылдар һәм Бөйөк Еңеү тураһында фекер алышты, “Һин үлемде еңдең” исемле видеоролик ҡараны. Бер минут тын ҡалып, яуҙа һәләк булғандарҙы иҫкә алғас, “Ни өсөн был һуғыш тураһында оноторға ярамай?” тигән темаға әңгәмә ойошторолдо. Артабан улар һуғыш ваҡытында һалдаттарға ярҙам иткән эт, ат, болан, мышы, дөйә, ишәк, күгәрсен һәм дельфиндар тураһында ҡыҙыҡлы мәғлүмәт менән танышты. Һуңынан уларға Анатолий Митяевтың “Гвардии медвежонок” хикәйәһе тәҡдим ителде. Уҡып бөткәс, әҫәрҙең йөкмәткеһе буйынса һорауҙарға яуап бирҙеләр.
Был көндә бөтә китапханаларҙа, мәктәптәрҙә, балалар баҡсаларында, дауаханаларҙа һәм башҡа учреждениеларҙа дәһшәтле йылдар һүрәтләнгән һәм совет халҡының ҡаһарманлығына арналған китаптар уҡылды. Акция бер үк ваҡытта Рәсәйҙең төрлө төбәгендә ойошторола һәм йәш быуында илһөйәрлек тәрбиәһе биреүҙә әһәмиәтле урын биләй.
Наталья Иванова, 4-се ҡала китапхана мөдире.
Читайте нас