Көнгәк
+28 °С
Облачно
VKОКTelegramdzenMAX
Яңылыҡтар
8 Июня 2018, 09:15

Һабантуй ҡотло булһын!

Хөрмәтле мәләүездәр, ҡунаҡтар, ауыл хужалығы эшсәндәре! Бөгөн бәрәкәтле Мәләүез ерендә тыныслыҡта, дуҫлыҡта, татыулыҡта йәшәгән күп милләтле, эшһөйәр халыҡ оло байрам - Һабантуйҙы билдәләй.

Хөрмәтле мәләүездәр, ҡунаҡтар, ауыл хужалығы эшсәндәре!
Бөгөн бәрәкәтле Мәләүез ерендә тыныслыҡта, дуҫлыҡта, татыулыҡта йәшәгән күп милләтле, эшһөйәр халыҡ оло байрам - Һабантуйҙы билдәләй. Туғандар, яҡташтар ауыл һәм ҡала эшселәре менән бергә ҡышлауҙы, яҙғы баҫыу эштәрен уңышлы тамамлау уңайынан тантанаға йыйылды.
Башҡортостан Республикаһы етәкселеге, бөтә кимәл депутаттар, район Хакимиәте инициативаһы, предприятие, учреждение коллективтары, эшҡыуарҙар, Мәләүез халҡы ярҙамы менән беҙҙең төбәк бөтә төр социаль-иҡтисади күрһәткестәр буйынса яҡшы һөҙөмтәгә өлгәшә, республика үҫешенә ҙур өлөш индерә.
Уҙған йылда бөртөклө культураларҙан уңыш һәм тулайым күләм алыу буйынса район республика лидерҙары иҫәбенә инде. Етештерелгән тулайым тауар 5,2 миллиард һум тәшкил итте.
Былтыр төбәк хужалыҡтары 277 миллион һумлыҡ техника һатып алды. Был - яҡшы күрһәткес. Һуңғы биш йылда 1 миллиард 450 миллион һумға 780 берәмек техника ҡайтарылған.
Крәҫтиән-фермер, шәхси ярҙамсы хужалыҡтар ҙа үҫеш юлында. Улар дөйөм һөрөнтө ерҙең 38 процентын эшкәртә.
Ауыл хужалығы тауарын етештереүселәр һөт-консерва комбинаты, шәкәр заводы, элеватор, шәхси эшҡыуарҙар менән тығыҙ эшләй.
Илдәге еңел булмаған иҡтисади хәлдәр шартында бөтә өлкәлә лә өлгәшкән һөҙөмтәне һаҡлап ҡалырға кәрәк.
Предприятиеларҙың тотороҡло үҫеше йәмғиәттә социаль-иҡтисади бурыстарҙы үтәү нигеҙе булып тора.
Хөрмәтле мәләүездәр!
Быйыл сәйәси мөһим ваҡиға - Рәсәй Федерацияһы Президентын һайлау үтте. Ғәҙәттәгесә район-ҡала халҡы гражданлыҡ бурысына яуаплы ҡараны, әүҙемлек күрһәтте.
Быйыл Башҡортостанда Ғаилә йылы иғлан ителгәйне. Уның сиктәрендә халыҡ иғтибарын ғаилә ҡиммәттәрен, әсәлек һәм балалыҡты һаҡлауға йүнәлтелгән белем биреү, мәғлүмәт, мәҙәни саралар ойошторолдо. Ғаиләләргә өҫтәмә ярҙам күрһәтелә.
Райондың уңыштары, ҡаҙаныштары халыҡтың көндәлек хеҙмәтенә бәйле. Мәләүездәр эшһөйәр, һәләтле, яуаплы. Һәр кем район-ҡаланы матурларға, йәшәү шартын, ял урынын яҡшыртырға тырышлыҡ һала.
Уңышлы эш, уҡыу, йәмғиәт эшмәкәрлеге менән тыуған ер үҫешенә тос өлөш индергән бөтә тармаҡ хеҙмәткәрҙәренә, йәштәргә, ветерандарға рәхмәтемде белдерәм.
Районды социаль-иҡтисади үҫтереүгә, хужалыҡтарға мал ҡышлатыуын, яҙғы баҫыу эштәрен ойоштороуға кредит-финанс ярҙам күрһәткән өсөн төбәк башлығы Рөстәм Хәмитовҡа, Ауыл хужалығы министрлығына, бөтә кимәл депутаттарға, республика министрлыҡтары һәм ведомстволарына, банкыларға, инвесторҙарға, яҡташтарға Мәләүез халҡы исеменән рәхмәт еткерәбеҙ.
Һабантуй - сәләмәт көрәш, спорт ярыштары, халыҡ мәжлесе. Унда төрлө милләт кешеләре ҡатнаша.
Бөгөн һәр кемдең күңеле сағыу мәлдәр, дуҫлыҡ, татыулыҡ менән тулһын, яңы башланғыстарға әйҙәһен.
Ысын күңелдән барыһына ла ныҡлы сәләмәтлек, бәхет, оҙон ғүмер, хужалыҡтарға мул уңыш, предприятие, эшҡыуарҙарға эффектлы эш, ауыл биләмәләренә, муниципаль районға, тотош Башҡортостаныбыҙға, бөйөк Рәсәйгә уңышлы социаль-иҡтисади үҫеш теләйем!
Байрам менән, ҡәҙерле мәләүездәр һәм ҡунаҡтар!
Рөстәм ШӘМСЕТДИНОВ,
район Хакимиәте башлығы.
Читайте нас