Көнгәк
+14 °С
Облачно
VKОКTelegramdzenMAX
Яңылыҡтар
8 Июня 2018, 08:46

Рөстәм Хәмитов: «Башҡортостан – транспортты газификациялау буйынса Рәсәйҙә беренсе урында»

Беҙҙә 14 газ заправкаһы эшләй, 2020 йылға тиклем тағы алтауҙы төҙөргә тейешбеҙ.

Башҡортостан автотранспортты газ-мотор яғыулығына күсереү буйынса Рәсәйҙә беренсе урынды биләй. Башҡортостан Башлығы Рөстәм Хәмитов халыҡ-ара экология форумының пленар ултырышында ошо хаҡта хәбәр итте.
– Башҡортостан Республикаһы – транспортты газификациялау буйынса Рәсәйҙә беренсе урында. Алдан әйткәнемсә, беҙҙә 14 газ заправкаһы эшләй, 2020 йылға тиклем тағы алтауҙы төҙөргә тейешбеҙ. Был ҡоролмалар бәләкәй һәм арзан түгел, техник яҡтан ҡатмарлы ғына, – тине төбәк етәксеһе. – «Газпром» республика менән бергә ошо программаны алып бара, бөгөн иһә газ яғыулығында эшләгән машиналар байтаҡ, ошо автомобилдәр бүлеп сығарған матдәләр эске яныу двигателдәре менән сағыштырғанда бик аҙ.
Шуның менән бергә республика Башлығы бөгөн Өфөлә ябай яғыулыҡта эшләгән транспорттың һауаны бысратыусы төп сығанаҡ булып тороуын тип билдәләне.
– Әгәр Европаға барһағыҙ, ҡеүәтле, ҙур джиптарҙы күрмәҫһегеҙ, – тине Рөстәм Хәмитов. – Унда автомобилдәр бәләкәй, ҙур булмаған ғаиләгә, бер-ике кешегә иҫәпләнгән. Беҙҙең автомобилдәр – ҙур, ҡеүәтле, 200-500 ат көсөнә тиң. Уларҙың атмосфераға күпме ағыулы матдә бүлеп сығарыуы аңлашыла.
Башинформ.
Читайте нас