Яңылыҡтар
25 Июнь 2018, 09:08

Щвейцарияла башҡорт һабантуйы

Женевала быйыл дүртенсегә билдәләнгән милли байрам тотош Европа халҡын бер майҙанға йыйҙы.

Женевала быйыл дүртенсегә билдәләнгән милли байрам тотош Европа халҡын бер майҙанға йыйҙы. Ҡунаҡтар өсөн бай йөкмәткеле мәҙәни-спорт программаһы, милли ризыҡтарҙан һығылып торған һый тәҡдим ителде. Швейцариялағы "Юлдаш" башҡорт һәм татар халҡы ассоциацияһы ойошторған сараға "Тамыр" балалар һәм үҫмерҙәр телеканалының "Бирешмә" төркөмә махсус саҡырылды.

Башҡорт халҡының милли уйын ҡоралы Женева ҡалаһында йыш яңғырай. Щвейцарияла йәшәүсе милләттәштәребеҙҙең бер генә мәҙәни сараһы ла ҡурайһыҙ үтмәй. Быйылғы һабантуй бигерәк тә үҙенсәлекле булды. Сит илдә тәүге тапҡыр "Тамыр" балалар һәм үҫмерҙәр телеканалының йәш йондоҙҙары сығыш яһаны.
"Бирешмә" төркөмө дәртле йыр-моңдарҙан тыш, "Тамыр" телеканалы дизайнеры Сәлимә Усманованың милли стилдәге кейемдәр коллекцияһын да тәҡдим итте. Әйткәндәй, Щвейцария һабантуйы ысын мәғәнәһендә тамырҙар йыйынын хәтерләтте. Тамашасылар "Тамыр" телеканалының тәүге йондоҙҙарының береһе Гөлнур Ҡарабулатованың сығышын да йылы ҡабул итте. Шул уҡ ваҡытта икенсе майҙансыҡта коллективта хәбәрсе, унан режиссер булып эшләп киткән Гөлназ Ғәлимуллинаның шәхси күргәҙмәһе эшләне.
Швейцарияға килһәк тә, үҙебеҙҙе өйҙә кеүек хис итеп йөрөйбөҙ. “Тамыр” телеканалында ҡасандыр эшләгән кешеләрҙең бындағы программала күп булыуы күҙгә ташлана. Әле беҙ “Бирешмә” төркөмөн алып килдек, улар матур итеп, алҡыштарға күмелеп сығыш яһаны.
Гөлназ Ҡолһарина, "Тамыр" балалар һәм үҫмерҙәр телеканалы директоры

Был һабантуйҙа бөтә яҡтан, төрлө илдәрҙән килгән ҡунаҡтарыбыҙ бар. Ошондай матур байрам ойошторғандары өсөн бик шатбыҙ.
Айһылыу Йәнтүрина-Дарлес, Швейцарияла йәшәүсе

Һабантуй, әлбиттә, милли уйындарһыҙ үтмәне. Щвейцарияның быйылғы батыры исеменә Лондонда йәшәүсе милләттәшебеҙ Айбулат Йәнтүрин лайыҡ булды.
Һәр булған һабантуҙа мотлаҡ майҙанға сығып көрәшәм. Халыҡты һәм үҙемдең быуынды күтәрер өсөн быны эшләйем. Бөгөнгө еңеүемде үҙемдең олатайыма, Рәхимғолов Вилюр Зиннәт улына бағышлайым.
Айбулат Йәнтүрин, Бөйөк Британияла йәшәүсе

Щвейцария һабантуйына килгән халыҡ ниндәй генә телдә аралашмаһын барыһы ла бер-береһен тәү ҡараштан аңланы. Байрамда үткәрелгән төрлө милли уйындарҙа ҡатнашып, милли ризыҡтарҙан һыйланды. Ә шул арала тамырҙар Лондонға саҡырыу алды.

Читайте нас