Көнгәк
+17 °С
Облачно
VKОКTelegramdzenMAX
Яңылыҡтар
22 Августа 2018, 07:38

РФ Дәүләт флагы көнө

Рәсәй Федерацияһы, Рәсәй - көнсығыш Европала һәм төньяҡ Азияла урынлашҡан федератив республика системаһы буйынса ойошҡан күп милләтле ил булараҡ дәүләт символдарына эйә. Дәүләт флагы Рәсәй Федерацияһының гербы һәм гимны кеүек үк дәүләт суверенитетының билдәһе булып тора. Илдә Дәүләт флагы көнөнә арналған саралар үтә.
22 августа илебеҙҙә Рәсәй Федерацияһы Дәүләт флагы көнө билдәләнә. Был көндә 1991 йылда Мәскәүҙә Аҡ йорт өҫтөндә беренсе тапҡыр рәсми рәүештә, дәүләт символы булып торған ураҡ һәм сүкеш менән ҡыҙыл байраҡты алмаштырған, өс төҫлө Рәсәй флагы күтәрелә. Был ваҡиғанан һуң өс йыл үткәс, Рәсәй Президенты Дәүләт флагы көнөн байрам итеү тураһында Указға ҡул ҡуя.
Флаг төҫтәренә үҙенсәлекле мәғәнә һалынған: аҡ - тыныслыҡ, таҙалыҡ, сафлыҡ, камиллыҡ; күк - иман һәм ышаныс; ҡыҙыл - көс, ҡеүәт, Тыуған ил өсөн түгелгән ҡан билдәһе.
Читайте нас