Көнгәк
+14 °С
Облачно
VKОКTelegramdzenMAX
Яңылыҡтар
3 Октября 2018, 12:16

Республика көнө - ял

11 октябрҙә Башҡортостан халҡы Республика көнөн билдәләй.

11 октябрҙә Башҡортостан халҡы Республика көнөн билдәләй. Был көндә 28 йыл элек Башҡортостан Республикаһының дәүләт суверенитеты тураһында Декларация ҡабул ителә. «Башҡортостан Республикаһында байрам һәм иҫтәлекле көндәр тураһында»ғы законға ярашлы, 11 октябрь республикала эшләмәгән байрам көнө булып һанала.
Быйыл 11 октябрь кесе йомаға тура килә. Шаршамбы, 10 октябрҙә, эш көнө бер сәғәткә ҡыҫҡара. Рәсәй Федерацияһы Хеҙмәт кодексының 120-сы статьяһы нигеҙендә йыллыҡ төп йәки йыллыҡ өҫтәмә түләүле отпуск биргәндә 11 октябрь отпускының календарь көндәре иҫәбенә индерелмәй.
БР Ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығы.
Читайте нас