Көнгәк
+30 °С
Облачно
VKОКTelegramdzenMAX
Яңылыҡтар
15 Октября 2018, 06:28

Яңы миҙгел

15 октябрҙә Башҡортостан Юлдаш телевидениеһында яңы миҙгел башлана. Унда урыҫ субтитрҙары менән башҡортса телесериалдар, “Минең бейеклек” тип аталған туризм тураһында яңы проект, юмористик һәм ғаилә тапшырыуҙарын ҡарай алаһығыҙ.
Әҙәбиәт һәм сәнғәт һөйөүселәр өсөн “Китап”, “Йондоҙ менән әңгәмә”, мәҙәниәт яңылыҡтары буласаҡ. “Бирешмә” телесериалын яратып ҡарағандар үҙҙәренең кумирҙарын осратасаҡ. “Әлләсе” интеллектуаль уйынында белемегеҙҙе тикшерергә мөмкин. Бынан тыш, яңылыҡтарҙы, аҙна йомғаҡтарын, шулай уҡ “Сәләм”, “Бәхетле сәғәт”, “Бәхетнамә”, “Телеүҙәк” тапшырыуҙарын яңы форматта ҡараясаҡһығыҙ.
Читайте нас