Көнгәк
+11 °С
Облачно
VKОКTelegramdzenMAX
Яңылыҡтар
6 Ноября 2018, 09:32

Асыҡ ишектәр көнө

Һалым инспекцияһында физик шәхестәр өсөн “Асыҡ ишектәр көнө” уҙа.

“Асыҡ ишектәр көнө” 9 ноябрҙә иртәнге 9-ҙан киске 6-ға һәм 10 ноябрҙә иртәнге 10-дан көндөҙгө 3-кә тиклем ойошторола. Акция сиктәрендә физик шәхестең килеменә һәм милегенә иҫәпләү тәртибе тураһында мәғлүмәт алырға була. Белгестәр һалым түләүселәргә һалым, уны түләү ваҡыты, ставка һәм тәғәйен ташламалар тураһында консультация үткәрә, шулай уҡ граждандарҙың һорауҙарына яуап бирә. Федераль һалым хеҙмәтенең интернет-сервисындағы “Физик шәхестәр өсөн һалым түләүселәрҙең шәхси кабинеты”нда теркәлеү процедураһын үтергә мөмкин, шунлыҡтан үҙегеҙ менән шәхесте раҫлаған документ булыу мөһим.
Һалым түләүселәргә онлайн-сервис һәм һалым белдереүе мәсьәләһе буйынса семинар ойоштороласаҡ.
Уҙғарыу ваҡыты:9 ноябрҙә иртәнге 11-ҙә, көндөҙгө 2-лә һәм 4-тә; 10 ноябрҙә иртәнге 11-ҙә һәм көндөҙгө 1-ҙә.
Һалым инспекцияһы.
Читайте нас