Көнгәк
+16 °С
Облачно
VKОКTelegramdzenMAX
Яңылыҡтар
14 Ноября 2018, 13:22

Башҡортостан буйынса ЮХХДИ республиканың иң «авариялы» ҡала һәм райондарын атаны

Башҡортостан буйынса Дәүләт автоинспекцияһы ағымдағы йылдың 10 айына йомғаҡ яһаны.

Башҡортостан буйынса Дәүләт автоинспекцияһы ағымдағы йылдың 10 айына йомғаҡ яһаны. Ведомство мәғлүмәттәре буйынса, юл фажиғәләренең 0,3%, йәрәхәтләнеүселәрҙең 3,2% кәмегән ваҡытта һәләк булыусылар һаны былтырғы күрһәткестән 5,4% артҡан. Республиканың 23 ҡала һәм районында ошо күрһәткестең артыуы күҙәтелә.
«Юл-транспорт ваҡиғаларының күбеһе Өфөлә булған, унда 50 кешенең, Өфө районы биләмәһендә — 21, Мәләүездә — 20, Иглиндә —19, Туймазыла 18 кешенең ғүмере өҙөлгән. Өфөлә, Сибайҙа, Бүздәк, Борай, Ҡыйғы, Краснокама, Мишкә, Салауат райондарында аварияларҙың артыуы күҙәтелә», — тип хәбәр иттеләр ЮХХДИ-да.
Автомобиль һәләкәттәренең төп төрҙәре: машиналарҙың бәрелешеүе — юл-транспорт ваҡиғаларының дөйөм күләменән 44% һәм йәйәүлеләрҙе тапатыу – 28% ашыу.
Өфө, Салауат ҡалаларында һәм Учалы, Архангел, Благовещен, Дәүләкән, Краснокама, Мишкә, Күгәрсен, Салауат райондарында балалар һәм үҫмерҙәр ҡатнашлығындағы юл фажиғәләренең артыуы билдәләнгән.
Читайте нас