Көнгәк
+17 °С
Облачно
VKОКTelegramdzenMAX
Яңылыҡтар
11 Декабря 2018, 09:14

Ауыл хужалығы ветерандарының пенсияһына өҫтәмә түләнә

Ауыл хужалығы өлкәһендә 30 йылдан ашыу эшләгән пенсионерҙар яңы йылдан пенсияға билдәләнгән түләүҙән 25% күләмендә өҫтәмә ала, тип хәбәр итә Башҡортостандың Ауыл хужалығы министрлығы.

Ауыл хужалығы өлкәһендә 30 йылдан ашыу эшләгән пенсионерҙар яңы йылдан пенсияға билдәләнгән түләүҙән 25% күләмендә өҫтәмә ала, тип хәбәр итә Башҡортостандың Ауыл хужалығы министрлығы. 2019 йылда билдәләнгән түләү күләме — 5334,19 һум. Өҫтәмәнең күләме 1333,55 һум тәшкил итә.


Был хаҡта «Страховка пенсиялары тураһында»ғы федераль закондың 17-се статьяһында әйтелгән.


Өҫтәмә аҡса тәғәйенләү өсөн Рәсәй Хөкүмәте производстволар һәм һөнәрҙәр исемлеген, өҫтәмә алырға хоҡуҡ биргән эшләү осорон иҫәпләп сығарыу ҡағиҙәләрен раҫлаған.
Читайте нас