Республика етәксеһе Радий Хәбировтың указы менән хәҙер “Конгресс-холл” “Конгресс-холл Торатау” тип йөрөтөләсәк. Был указдың әһәмиәте шунда, беҙҙеңсә, Торатау ошо көндән башлап сәйәси яҡлап та яҡлау менән тәьмин ителәсәк. Тәбиғәт ҡомартҡыһын һаҡлау маҡсатында Радий Хәбиров Ишембай һәм Стәрлетамаҡ райондарында “Торатау” геопаркы ойоштороу тураһында указға ҡул ҡуйҙы. Геопарк үҙ эсенә Торатауҙы ғына түгел, Йөрәктауҙы ла ала, бында тикшеренеү эштәре ойоштороласаҡ, туризмды үҫтереү өсөн шарттар булдырыласаҡ.