Эксперттар Башҡортостанды Рәсәйҙең ял итеү өсөн иң уңайлы төбәктәренең береһе тип билдәләне. «Рейтинг» мәғлүмәт коммуникациялары үҙәгенең
тикшеренеү мәғлүмәттәре буйынса, республика тәүге төркөмгә — «Алтын егерме»гә индерелгән. Башҡортостан унда 10-сы баҫҡысты биләй. Уҙған йыл менән сағыштырғанда республика үҙенең күрһәткестәрен яҡшыртты, тип билдәләнә.