❆Яңы йылды яңы кейем менән ҡаршылаһаң, йыл буйы яңы кейем кейерһең.
❆Яңы йылды буш кеҫә менән ҡаршылама.
❆Яңы йыл табынында аҙыҡ мул булһа, ғаилә йыл буйы мул йәшәр, ҡытлыҡ кисермәҫ.
❆Ғаиләңдә именлек булһын тиһәң, Яңы йыл алдынан өйөңдән “сүп” сығарма.
❆Яңы йыл алдынан бурысҡа алма, юғиһә йылың бурыста үтер.
❆Яңы йыл алдынан бөтә туғандарыңды, дуҫтарыңды ғәфү ит, бөтә үпкәңде онот.
❆Яңы йылда яңы бетеү ал, ул үҙеңә лә, ғаиләңә лә уңыш килтерер һәм һаҡлар.