Көнгәк
+21 °С
Облачно
VKОКTelegramdzenMAX
Яңылыҡтар
6 Января 2019, 19:28

Раштыуала Башҡортостанда полиция 330-ҙан ашыу объектта дежур итә

Башҡортостан Эске эштәр министрлығы хеҙмәткәрҙәре Христос Раштыуаһы байрамында дежурлыҡ итергә әҙерләнә.

Дружинниктар, шәхси һаҡ агентлыҡтары һәм казактар вәкилдәре менән бергә республика буйынса 180-дән ашыу объект һаҡ аҫтына ҡабул ителә. Бынан тыш, дини биналар ҙа һаҡ аҫтында була.


«6 ғинуарҙан 7-һенә ҡарай төндә 150-нән ашыу ҡорамда һәм сиркәүҙә хәүефһеҙлек тәьмин ителә, — тип хәбәр иттеләр республика Эске эштәр министрлығының матбуғат хеҙмәтендә. — Полиция пиротехник изделиеларҙы файҙаланғанда, шулай уҡ спиртлы эсемлектәр ҡулланғанда һаҡ булырға кәрәклеге тураһында иҫкә төшөрә. Шуны онотмағыҙ: иҫерек кешенең енәйәт йәки бәхетһеҙ осраҡ ҡорбаны булыуы, шулай уҡ үҙе законды боҙоуы мөмкин».


Файҙалы телефондар:


Башҡортостан Республикаһы буйынса Эске эштәр министрлығының дежур бүлеге - (347) 279-39-02,


Башҡортостан Республикаһы буйынса Эске эштәр министрлығының ышаныс телефоныт - (347) 279-32-92


йәки 02 (кеҫә телефонынан - 102).


Бөтә телефондар тәүлек әйләнәһенә эшләй.
Читайте нас