Яңылыҡтар
1 Марта 2019, 07:44

Ауыл кооперацияһына - йәшел ут

РФ Президенты Владимир Путиндың Мөрәжәғәтнамәһенән һуң тыуған фекерҙәр: Зөфәр ҒИМАЛЕТДИНОВ, Аптраҡ ауыл биләмәһе хакимиәте башлығы: Ил Башлығы Владимир Владимирович Путиндың Мөрәжәғәтнамәһенән көнүҙәк мәсьәләләрҙең һәр ваҡыт урынлы, тиҙ сиселеш табыуын күрһәткән ысулын көтәбеҙ. Сираттағыһында миңә сәйәсәт, ҡоралланыу, ил бөтөнлөгөн һаҡлау, бойондороҡһоҙлоҡто тәьмин итеү, ауыл хужалығы кооперациялары ойоштороу йәһәтенән тәҡдимдәре оҡшаны.

РФ Президенты Владимир Путиндың Мөрәжәғәтнамәһенән һуң тыуған фекерҙәр:
Зөфәр ҒИМАЛЕТДИНОВ, Аптраҡ ауыл биләмәһе хакимиәте башлығы:
Ил Башлығы Владимир Владимирович Путиндың Мөрәжәғәтнамәһенән көнүҙәк мәсьәләләрҙең һәр ваҡыт урынлы, тиҙ сиселеш табыуын күрһәткән ысулын көтәбеҙ. Сираттағыһында миңә сәйәсәт, ҡоралланыу, ил бөтөнлөгөн һаҡлау, бойондороҡһоҙлоҡто тәьмин итеү, ауыл хужалығы кооперациялары ойоштороу йәһәтенән тәҡдимдәре оҡшаны.
Муллағол ауылында, мәҫәлән, 5 кеше берләшеп, ауыл хужалығы кооперацияһына нигеҙ һалыу маҡсатын тормошҡа ашырҙы. Грант алынды, эш төркөмө булдырылды. Оҙаҡламай улар мал, ҡош-ҡорт аҙығы етештереү йүнәлешендә эш башлаясаҡ, күпмелер кешегә эш урындары булдырыласаҡ.
Читайте нас