Унда 14-15, 16-17 йәштәге үҫмерҙәр ҡатнаша ала. Бының өсөн үҙеңдең командаңды ойоштороп, уличныйкрасава.рф сайтында теркәлеү генә кәрәк.
Командала 7 кеше булырға тейеш (5-һе төп уйынсы, 2-һе запастағы). Заявка 1 авгусҡа тиклем ҡабул ителә. Ярыштың муниципаль этабы - 15 августан 11 сентябргә, төбәк - 12-нән 28 сентябргә, округ этабы 29 сентябрҙән 6 октябргә тиклем үтә. Турнирҙың финалы 11-13 октябрҙә 2018 йылда FIFA донъя чемпионаты үткән стадионда буласаҡ.