Көнгәк
+17 °С
Облачно
VKОКTelegramdzenMAX
Яңылыҡтар
5 Ноября 2019, 11:25

Туған телде үҫтереүҙә уларҙың өлөшө ҙур

Һарыш мәктәбе коллективы һәләтле балаларҙы үҫтереү йүнәлешендә маҡсатлы эшләй.

“Бөтә илгә билдәле булған “Сириус” мәғариф үҙәге һымаҡ һәләтле балаларҙы асыҡлау һәм хуплау үҙәктәрен булдырыу - мөһим бурыстарҙың береһе. Киләсәк - һәләтле балалар ҡулында”
Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров.
Һарыш мәктәбе коллективы һәләтле балаларҙы үҫтереү йүнәлешендә маҡсатлы эшләй.
Белем биреү сифатын күтәреү менән бергә унда уңайлы шарттар булдырыуға етди иғтибар бирелә. “Мәғариф” милли проектына ярашлы, бында күптән түгел төп һәм өҫтәмә уҡытыу программаларын тормошҡа ашырыу өсөн “Үҫеш нөктәһе” белем биреү үҙәге эш башланы. Уға ярашлы заманса йыһазландырылған ике кабинет булдырылды. Унда бөгөн технология, хәүефһеҙ тормош нигеҙҙәре, информатика дәрестәре, шашка, робототехника түңәрәктәре алып барыла. Балалар менән махсус әҙерлек курсы үткән педагогтар Ләйсән Буранғолова, Филүс Байбулатов, Салауат Килдебаев шөғөлләнә. Уҡыусылар командала эшләргә, фекерҙе дөрөҫ еткерергә өйрәнә, заманса мәғлүмәт технологияларын үҙләштерә.
Был белем биреү учреждениеһы педагогия коллективы элек-электән һәләтле балаларҙы асыҡлауға һәм уларҙы артабан үҫтереүгә ҙур иғтибар бирҙе. Уҡыусылар фәндәр буйынса ойошторолған төрлө кимәлдәге конкурстарға, олимпиадаларға, уҡыуҙарға әүҙем йәлеп ителде.
Башҡорт теле һәм әҙәбиәте буйынса ла һөҙөмтәләр һәр ваҡыт юғары булды. Һуңғы йылдарҙа Зөһрә Бикиева һәм Зинира Латиповалар уҡытҡан балалар Республика көнөнә арналған, “Урал батыр” эпосы буйынса үткәрелгән һәм шулай уҡ иншалар, шиғыр уҡыусылар конкурстарында, “Туҡай моңдары” уҡыуҙарында юғары күрһәткестәргә өлгәште. Айырыуса Эльза Үмәрғәлина, Гөлиә Баһауетдинова, Ләйсән Шәрипова, Илүзә Солтанғолова, Тимур Хәйбуллин мәктәптең еңеүҙәр тупланмаһын тултырыуға ҙур өлөш индерҙе. Туған телдәрендә сығыш яһап, иншалар яҙып, башҡорт телен үҫтереүҙә һәм тиҫтерҙәре араһында таратыуҙа ҙур роль уйнай улар.
Лена СӘЛИХОВА.
Читайте нас