Көнгәк
+14 °С
Облачно
VKОКTelegramdzenMAX
Яңылыҡтар
11 Ноября 2019, 07:35

ҒАИЛӘ ҠИММӘТТӘРЕН ҮҪТЕРЕҮ МӨҺИМ

Ошо көндәрҙә Белград ҡалаһында "Әсә изгелеге" форумы үтте. Форумға Рәсәй Президенты Владимир Путин саҡырылды.

Ошо көндәрҙә Белград ҡалаһында "Әсә изгелеге" форумы үтте. Форумға Рәсәй Президенты Владимир Путин саҡырылды. Түңәрәк өҫтәлдә ил башлығы ғаилә ҡиммәттәрен үҫтереү, йәш ғаиләләргә ярҙам булдырыу хаҡында һүҙ йөрөттө:

- Йәш быуынды татыу ғаилә ҡиммәттәре һәм яҡындарың, атай-әсәй хаҡында хәстәрлек күреү рухында тәрбиәләү мөһим, шулай уҡ уларға һөнәри һәм шәхси үҫеше өсөн шарттар тыуҙырыу кәрәк. Форумдың темаһы бик актуаль һәм беҙ алып барған сәйәсәткә лә ауаздаш. Киләсәктә ғаиләләргә медицина һәм аҡсалата ярҙамды үҫтереүгә, тыуым һанын арттырыуға иғтибар артасаҡ.
#ВладимирПутин
Читайте нас