Көнгәк
+21 °С
Ясно
VK
ОК
Telegram
dzen
MAX
Яңылыҡтар
13 Ноября 2019, 08:50
Декрет ялындағы ҡатын-ҡыҙҙар түләүһеҙ яңы һөнәр алыу мөмкинлегенә эйә
Башҡортостанда эшҡыуарҙарҙың өс йәшкә тиклемге балаларын ҡарау буйынса декрет ялында булған хеҙмәткәрҙәренең квалификацияһын арттырыуға, яңы һөнәр алыуға сығымдарын республика бюджетынан ҡаплауҙы күҙаллаған проект буйынса фекер алышалар.
Башҡортостанда эшҡыуарҙарҙың өс йәшкә тиклемге балаларын ҡарау буйынса декрет ялында булған хеҙмәткәрҙәренең квалификацияһын арттырыуға, яңы һөнәр алыуға сығымдарын республика бюджетынан ҡаплауҙы күҙаллаған проект буйынса фекер алышалар. Документты Владимир Путиндың майҙағы указы менән раҫланған “Демография” милли проектының “Ҡатын-ҡыҙҙар мәшғүллегенә булышлыҡ – өс йәшкә тиклемге балаларға мәктәпкәсә белем биреү өсөн шарттар булдырыу” төбәк проектын тормошҡа ашырыу сиктәрендә Башҡортостан Республикаһының Ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығы эшләгән.
Проект декрет ялындағы ҡатын-ҡыҙҙарҙың көнәркәшлеккә һәләтлелеген арттырыуға, уларҙың яңы технологиялар һәм талаптар менән эшләргә өйрәнеүенә, эшкә сығыр алдынан һөнәрҙәре буйынса белемдәрен яңыртыуға, хеҙмәт баҙарында талап ителгән яңы һөнәр һәм компетенциялар алыуға йүнәлтелгән.
Шулай уҡ был программа сиктәрендә хеҙмәт мөнәсәбәттәре булмаған, мәктәпкәсә йәштәге балалары булған ҡатын-ҡыҙҙар ҙа уҡый аласаҡ. Улар өсөн эш хаҡының минималь күләмендә стипендия түләү ҡаралған.
Проекттың тексы менән 2019 йылдың 27 ноябренә тиклем
http://regulation.bashkortostan.ru/projects#npa=7793
адресы буйынса төбәк порталында танышырға мөмкин, шулай уҡ уның буйынса фекер алышыуҙа ҡатнашырға була.
#национальныепроекты
#нацпроекты
#региональныепроекты
#регпроекты
#нацпроектыБашкортостан
#ВладимирПутин
Яңылыҡ сығанағы:
https://mgazeta.com/
Фото асыҡ сығанаҡтарҙан.
Читайте нас