Көнгәк
+15 °С
Облачно
VKОКTelegramdzenMAX
Яңылыҡтар
13 Ноября 2019, 08:35

Путин ауылдарҙа ҡатын-ҡыҙҙар өсөн ҡыҫҡартылған эш көнө тураһындағы законға ҡул ҡуйҙы

Закон Рәсәй Хеҙмәт кодексына үҙгәрештәр индерә. Яңы ҡағиҙәләр буйынса, ауыл ерендә ҡатын-ҡыҙҙар өсөн эш аҙнаһы 36 сәғәттән артмаҫҡа тейеш, шул уҡ ваҡытта эш хаҡы тулы эш аҙнаһындағы кеүек ҡала.

Закон Рәсәй Хеҙмәт кодексына үҙгәрештәр индерә. Яңы ҡағиҙәләр буйынса, ауыл ерендә ҡатын-ҡыҙҙар өсөн эш аҙнаһы 36 сәғәттән артмаҫҡа тейеш, шул уҡ ваҡытта эш хаҡы тулы эш аҙнаһындағы кеүек ҡала.
Шулай уҡ ҡатын-ҡыҙҙарҙың шарттар буйынса эш көнө өлөштәргә бүленгән ерҙәрҙә юғары эш хаҡы алыуға хоҡуғы ла билдәләнә. Хеҙмәт хаҡын арттырыу күләме закондың ғәмәлгә инеү ваҡытына билдәләнгән күләм менән сағыштырғанда кәмемәҫкә тейеш.
Бынан тыш, ҡатын-ҡыҙҙар айына бер ял көнө алырға хоҡуҡлы, тик был көн өсөн аҡса түләнмәй.
#ВладимирПутин
#АуылҠатынҠыҙҙары
#Көнгәк
Яңылыҡ сығанағы: https://www.gazeta.ru/
Фото асыҡ сығанаҡтарҙан.
Читайте нас