Көнгәк
+16 °С
Облачно
VKОКTelegramdzenMAX
Яңылыҡтар
10 Декабря 2019, 03:09

Путин Украинаны газ менән тәьмин итеү темаһына балалар шиғырын иҫкә алды

Рәсәй президенты Владимир Путин Украинаны газ менән тәьмин итеү темаһын иҫтә тотоп, Сергей Михалковтың балалар шиғырын хәтергә алды.

Рәсәй президенты Владимир Путин Украинаны газ менән тәьмин итеү темаһын иҫтә тотоп, Сергей Михалковтың балалар шиғырын хәтергә алды.
“Билдәле балалар шиғырын хәтерләйһегеҙме: “Ә беҙҙең фатирҙа газ. Ә һеҙҙә?” Һеҙҙә лә, бәлки, бөгөн сәнәғәт ҡулланыусыһы алғанға ҡарағанда 25 процентҡа арзаныраҡ булыр”, - тине Рәсәй лидеры.
Украина президенты Владимир Зеленскийҙың Путин менән осрашыу барышында газ транзиты мәсьәләһе буйынса фекер алышыуы тураһында хәбәр ителгәйне. Уның һүҙҙәренә ҡарағанда, мәсьәләлә алға китеш бар, артабанғы деталдәр кәңәшселәр кимәлендә хәл ителәсәк.
Рәсәй менән Украина араһындағы ғәмәлдәге газ транзиты контракты 2019 йылдың 31 декабрендә ғәмәлдән сығасаҡ. Тик яҡтар уны оҙайтыу тураһында килешә. Киевта оҙайлы ваҡытлы контрактҡа өмөтләнәләр, ә Мәскәүҙә уны тик бер йылға оҙайтырға теләйҙәр.
#ВладимирПутин
#ГазТранзиты
Яңылыҡ сығанағы: https://lenta.ru/
Фото: Charles Platiau / REUTERS
Читайте нас