Көнгәк
+28 °С
Облачно
VKОКTelegramdzenMAX
Яңылыҡтар
12 Декабря 2019, 07:45

Тура мәғәнәһендә йылылыҡ өләшеүсе

Хеҙмәт биографияһын торлаҡ-коммуналь хужалығы өлкәһенә бағышлағандар рәхмәт һүҙҙәрен йыш ишетмәй. Әйтегеҙ әле, кемегеҙ йорттағы йылылыҡ йәки йылы һыу өсөн ҡаҙанлыҡ хеҙмәткәренә барып, уңайлы йәшәү шарттары булдырған өсөн хөрмә белдергәне бар? Гәзиткә лә ундай хаттар йыш килә, тип әйтә алмайбыҙ.

Хеҙмәт биографияһын торлаҡ-коммуналь хужалығы өлкәһенә бағышлағандар рәхмәт һүҙҙәрен йыш ишетмәй. Әйтегеҙ әле, кемегеҙ йорттағы йылылыҡ йәки йылы һыу өсөн ҡаҙанлыҡ хеҙмәткәренә барып, уңайлы йәшәү шарттары булдырған өсөн хөрмә белдергәне бар? Гәзиткә лә ундай хаттар йыш килә, тип әйтә алмайбыҙ.
Ә төптәнерәк ҡараһаң, был өлкәлә лә намыҫлы эшләп, бар көсөн, белемен күп фатирлы йорттарҙа йәшәгәндәргә уңайлы шарттар булдырыуға арнағандар байтаҡ бит. Мәҫәлән, республика кимәлендәге һөнәри конкурста икенсе урын яулаған ҡаҙанлыҡ операторы Светлана Шәмсетдинова.
- Беҙҙең эш, тәү сиратта, яуаплылыҡ һәм йыйнаҡлыҡ талап итә, - ти Светлана Сергеевна. - Әйтергә кәрәк, ҡатын-ҡыҙҙарға ғына хас сифат - ваҡ деталдәргә иғтибарлы булыу ҙур - роль уйнай, сөнки ҡаҙанлыҡ эшләгәндә һәр мәсьәлә мөһим. Юғары баҫым аҫтында килгән газ да, ҡайнар һыу ҙа, бар приборҙарҙың, ҡорамалдарҙың төҙөклөгө, һәр минут-сәғәтендә күҙәтелеп, махсус журналдарға теркәлеп барырға тейеш. Ғәҙәттән тыш хәлдәр булмаһа ла, тикшереү-күҙәтеү эштәрен илке-һалҡы үткәрергә хоҡуғыбыҙ юҡ.
“Мәләүез йылылыҡ селтәрҙәре”нә ҡараған ҡаланың 1-се ҡаҙанлығында 22 йыл эшләгән Светлана Шәмсетдинова эшен яратып башҡара. Был өлкәгә уйламағанда, халыҡты хеҙмәт менән тәьмин итеү үҙәге юлламаһы менән килеп эләгә ул. Бөгөн иһә үҙен ошо эшенән, яратҡан коллективынан башҡа күҙ алдына ла килтермәй. “Сменалы эше лә, ай һайын үткәрелгән белем камиллаштырыу, авария осраҡтарына уҡыуҙар ҙа йонсотмай, һөнәри конкурстарҙа ла бик теләп ҡатнашам”, - ти.
Замандашыбыҙҙы сираттағы еңеүе менән ихлас ҡотлайбыҙ. Алдағы көндәрҙә лә бар күңел йылыһын, белемен һәм тәжрибәһен мәләүездәргә уңайлы шарттар булдырыуға йүнәлтеп, эшенән йәм табып, имен хеҙмәт итеүен теләйбеҙ.
Гөлиә ШАҺИҒӘЛИНА.
Һүрәттә: ҡаҙанлыҡ операторы Светлана Шәмсетдинова.
Автор фотоһы.
Читайте нас