Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров Указына ярашлы, республикала быйыл беренсе тапҡыр Башҡорт теле көнө билдәләнде. Уның сиктәрендә район-ҡалала төрлө саралар ойошторолдо.
Һуңғы йылдарҙа туған телде үҫтереүгә иғтибар көсәйҙе, әммә бөгөнгө заманда ла үҙ телендә һөйләшкән кеше бик аҙ. Уға үткән быуаттың 60-70-се йылдарында алып барылған сәйәсәт сәбәпсе. Минең быуын, беҙҙә милләт юҡ, совет халҡы ғына бар, тигән лозунг менән йәшәне. Һөҙөмтәлә әсә телендә уҡыу-яҙыу түгел, һөйләшә лә белмәнек. Туҡһанынсы йылдар башында ғына милли рухты үҫтереүгә иғтибар бирелә башланды.
Беҙҙең район халҡы үҙ туған телендә яңылыҡтарҙы “көнгәк” гәзитендә уҡый. Баҫма, ысын мәғәнәһендә, илһам һәм рух сығанағы булып тора. Яңы мөһим датаны - Башҡорт теле көнөн - Беренсе Май урамының 20-се йорто өсөнсө подъезында йәшәүселәр “Мин башҡорт телендә һөйләшәм һәм уҡыйым” девизы менән гәзиткә яҙылыу көнө үткәрҙе. Был сара унда ҡатнашыусыларға бик оҡшаны. “Көнгәк”кә яҙылғандар 2020 йылда рәхәтләнеп үҙ телендә гәзит уҡыясаҡ.
Ғәлиә КӘРИМОВА, сараны ойоштороусы.
Һүрәттә: “Ивушка” магазинындағы корпунктҡа яҙылыусылар.