Башҡортостан Республикаһы Башлығы Указы менән 14 декабрь «Башҡорт теле көнө» тип иғлан ителде.Был көндә республикала башҡорт телен һаҡлау һәм үҫтереү саралары ойошторола.
2 декабрҙән социаль селтәрҙәрҙә «Аҫылташ» интернет-марафоны башланды. Йәш авторҙар һәм йәмәғәтселек фекере лидерҙары башҡорт телендә шиғырҙар уҡый. Был проект башҡорт авторҙарының шиғырҙарын таратыуға һәм Интернетты башҡортса йөкмәтке менән байытыуға йүнәлтелгән.
14 декабрҙә Башҡорт теле көнө Башҡорт Дәүләт педагогия университеты алдындағы майҙанда башҡорт мәғрифәтсеһе Мифтахетдин Аҡмулла һәйкәленә сәскә һалыуҙан башланасаҡ. Иртәнге 10-да уҡыу йортоноң төп корпусында башҡорт теле һәм әҙәбиәтенән республика асыҡ дәресе үткәрелә. Дәрестең онлайн-трансляцияһын интернетта ҡарап буласаҡ.
Баш ҡаланың сауҙа үҙәктәрендә көндөҙгө 2-нән киске 5-кә тиклем мәғлүмәт-күңел асыу саралары уҙасаҡ. «Мега», «Ультра» сауҙа комплекстарында, «Башҡортостан» лайфстайл үҙәгендә теләгән һәр кем башҡорт бейеүе дәрестәрен, башҡортса мобиль ҡушымталар һәм грант проекттары презентацияһын ҡарай ала. Концертта башҡорт КВН командалары сығыш яһай.
Ойоштороусылар был көндә һәр кемде башҡортса һаулыҡ һорашырға, республиканың икенсе дәүләт телен һаҡлауға, үҫтереүгә йүнәлтелгән сараларҙа ҡатнашырға саҡыра.
Башҡорт теле көнө айҡанлы беҙҙең район һәм ҡалала ла төрлө саралар ойошторола. 13 декабрҙә мәктәптәрҙә башҡорт теленән Берҙәм дәрес үтәсәк. Шул уҡ көндә ҡаланың 1-се гимназия директоры Александр Шадрин мәғариф министрлығында уҙасаҡ кәңәшмәлә ҡатнаша. Унда иң яҡшы мәктәптәргә башҡорт теле кабинеттарын йыһазландырыу өсөн сертификат тапшырыласаҡ. 16 мәктәп араһында 1-се гимназия ла бар.
Нөгөш мәктәбендә шағир, тарих һәм филология фәндәре кандидаты, профессор Фәнил Күзбәков һәм Бөтә Донъя башҡорттары ҡоролтайы башҡарма комитеты баш белгесе, «Аҡ тирмә» үҙәге рәйесе Рәйсә Күзбәкова менән осрашыу уҙасаҡ.
Район һәм ҡала мәктәптәрендә педагогия ветерандары, яҡташ шағир һәм яҙыусылар ҡатнашлығында ижади кисәләр, шиғыр уҡыу буйынса һәм иншалар конкурстары, асыҡ дәрестәр, класс сәғәттәре, шиғри флешмобтар, китап күргәҙмәләре ойоштороу ҡаралған.
Уҡыусылар был көндә бер-береһен тик башҡортса сәләмләр, социаль селтәрҙәрҙә лә башҡортса яҙышыр.
Лена ХӘЙРУЛЛИНА.