Яңылыҡтар
17 Декабря 2019, 02:12

Тормош көҙгөһө - театр

2019 йыл Рәсәй Федерацияһында Театр йылы тип иғлан ителгәйне. Йылдың маҡсаты - сәнғәттең ошо өлкәһендәге иң яҡшы традицияларҙы һәм ҡаҙаныштарҙы һаҡлау һәм популярлаштырыу, уның эшен ойоштороуҙы камиллаштырыу һәм киҫкен мәсьәләләргә иғтибарҙы йәлеп итеү.

Ҡала мәҙәниәт һарайында Театр йылын танатаналы рәүештә ябыу сараһы уҙҙы. Йыл дауамында район биләмәләре араһында үҙешмәкәр мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәре ҡатнашлығында сәхнәләштерелгән әҫәрҙәр буйынса марафон үтте. Башҡа бик күп саралар ойошторолдо. Байрам айҡанлы район хакимиәте башлығының урынбаҫары Геннадий Шлычков, мәҙәниәт бүлеге начальнигы Ринат Ғибәҙуллин, мәҙәни-ял үҙәге директоры Булат Биков, БАССР-ҙың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, мәҙәниәт буйынса йәмәғәт советы рәйесе Зәйнәб Зәйниева ҡотланы. Марафонда ҡатнашҡан театр коллективтарына, ауыл биләмәләренә Маҡтау грамоталары, бүләктәр тапшырылды. Сараны “Экспромт” өлгөлө театр оҫтаханаһы сығыштары биҙәне. Байрам һуңында “Ағиҙел” башҡорт халыҡ театры артистары башҡарыуында Наил Ғәйетбаевтың “Хазина” трагик-комедияһы ҡуйылды. Был сара, районыбыҙҙа һәләтле, ғорурланырлыҡ шәхестәр күп булыуын тағы бер тапҡыр күрһәтте. Шекспир яҙыуы буйынса «Тормош - театр, ә ундағы кешеләр - актерҙар». Шуға ла, театр һәр ваҡыт йәшәйәсәк. Ул - тормош көҙгөһө, уны ҡарау һәр ваҡыт мауыҡтырғыс.
Читайте нас