Көнгәк
+15 °С
Облачно
VKОКTelegramdzenMAX
Яңылыҡтар
19 Декабря 2019, 14:11

Иртәнге аш уңышҡа илтә

Медицина хеҙмәткәрҙәре иртәнге ашты ҡалдырмаҫҡа кәңәш итә, шулай уҡ ул туҡлыҡлы һәм файҙалы булырға тейеш.

Медицина хеҙмәткәрҙәре иртәнге ашты ҡалдырмаҫҡа кәңәш итә, шулай уҡ ул туҡлыҡлы һәм файҙалы булырға тейеш.
- Ғилми тикшеренеүҙәр ир­тәнсәк яҡшы итеп ашарға күнеккән кешенең стрестарға бирешеп бармауын, иммунитеты ныҡ булыуын раҫлаған.
- Статистика буйынса, иртәнге аштан баш тартмаған кешеләр юл-транспорт фажиғәһенә лә һи­рәгерәк осрай.
- Көндөҙ көсөргәнешле эш көтә икән, мотлаҡ иртәнсәк яҡшы туҡланырға кәрәк. Был энергия запасы бирә һәм эшкә һәләтлелекте 30 процентҡа күтәрә.
- Иртәнге тәмле аш кәйефте күтәрергә, фекерҙәрҙе бер төйөнгә туплап, яңы көнгә көйләргә, мейегә иғтибарҙы туплау һәм мәғлүмәтте яҡшыраҡ хәтерләүгә булышлыҡ итә. - Ни тиклем иртәрәк ашайһың, организм шул тиклем иртәрәк уяна һәм эшләй башлай.
- Иртәнге калориялар бер ҡасан да майға әүерелмәй, ә тулыһынса сарыф ителә.
- Иртәнге ашһыҙ организмда матдәләр алмашыныу процесы уянмай һәм әүҙем рәүештә майҙарҙы тарҡатыу буйынса эш башлау урынына, барыһын «һуңыраҡҡа» ҡалдыра. Тап шул арҡала артыҡ килограмдар барлыҡҡа килә.
- Белгестәр раҫлауынса, ир­тәнсәк бешкән йомортҡа ашаған кеше төшкөлөккә ныҡ асығып та өлгөрмәй. Ул көн дауамында ҡулланылған кало­рияларҙы 400 берәмеккә кәметергә ярҙам итә. Иртәнге ашта дөгө, ҡарабойҙай йә һоло бутҡаһы булһа, көн дауамында майлы аҙыҡ аҙыраҡ ашала.
Читайте нас