Яңылыҡтар
19 Декабря 2019, 09:38

Уңғандарға эш ҡарышмай

- Бынау үҫентеләрҙе 10 йыл элек үк ултыртырға кәрәк булған, - тип ҡаршыланы беҙҙе Әбет ауылынан фермер Ғүмәр Иҫәнов. – Бөгөн, исмаһам, бына тигән ҡарағайҙар шаулап ултырыр ине.

- Бынау үҫентеләрҙе 10 йыл элек үк ултыртырға кәрәк булған, - тип ҡаршыланы беҙҙе Әбет ауылынан фермер Ғүмәр Иҫәнов. – Бөгөн, исмаһам, бына тигән ҡарағайҙар шаулап ултырыр ине.
Һүҙ ул етәкләгән хужалыҡ базаһы алдында быйыл яҙ үҙ көстәре менән ултыртҡан ике мең дана ҡарағай үҫентеләре хаҡында башланып китте. Ғүмәр Зиннур улының шулай кинәйәле, ябай ғына күренештәрҙән тәрән мәғәнәгә эйә тормош фәлсәфәһенә илткән фекерҙәре һәр саҡ һоҡландыра.
Ауылым тарих битендә генә тороп ҡалмаһын, замандаштарым эшле, өйлө булһын, хеҙмәтенән бәрәкәт, тормошонан ҡәнәғәт булып йәшәһен, тип тырышҡан ир уҙаманы һәүетемсә, артыҡ ашҡынмай ғына, шул уҡ ваҡытта алған йүнәлешенән тайпылмайынса тыуған ерендә, яҡташтары мәнфәғәтендә эшләй.
- Дәүләт ярҙамы менән малсылыҡ фермаһын үҙгәртеп төҙөйбөҙ, - тип дауам итә һүҙен фермер хужалыҡ биләмәләрен байҡағанда. – Республиканың Ауыл хужалығы министрлығы аша федераль грант юллап, йәмғеһе 23 миллион һумлыҡ эш атҡарабыҙ. Бөгөнгә ҡыйыҡты ябыу, ҡорамалдар урынлаштырыу, һауыу залы һәм быҙауҙар өсөн биналар әҙерләү кеүек ҙур эштәр теүәлләнде. Әле ҡапҡалар эшләйбеҙ, бар ҡаралтыларға ла электр линиялары үткәреү менән шөғөлләнәбеҙ. Буяу-һылау эштәрен атҡарғас, яҙғылыҡҡа тулыһынса сафҡа индерәсәкбеҙ. Әлегә һарайҙың яртыһына иҙән түшәп, малдарҙы ҡышҡылыҡҡа индербеҙ, тип торабыҙ.
Ғүмәр Иҫәновтың хужалығында бөгөн 500 баш һыйыр малы, 160 баш йылҡы иҫәпләнә. Төҙөлөшкә сығым күп талап ителеү сәбәпле, һарыҡтарын һатып бөткәндәр. Әлеге ваҡытта 160 баш һауын һыйырыбыҙ бар. Аттарҙың да байтаҡ өлөшөн һимертеүгә ҡуйғандар. “Өй тип әйтеүе генә еңел, эшкә тотонһаң - өйөргә лә өйөргә” тигән кеүек, төҙөлөш эштәре лә быйыл хужалыҡтың төп сығымдарын билдәләгән.
Читайте нас