20 декабрҙә Өфөлә, «Башҡортостан» дәүләт концерт залында, республика яңы йыл шыршыһы булды.
Төп яңы йыл иртәлегенә, ғәҙәттәгесә, уҡыу алдынғылары, предмет олимпиадалары һәм спорт ярыштары еңеүселәре, художестволы үҙешмәкәрлек фестивалдәре лауреаттары, хәрби бурысын үтәгәндә һәләк булған хәрбиҙәрҙең һәм эске эштәр органдары хеҙмәткәрҙәрҙенең балалары, ишле һәм аҙ тәьмин ителгән ғаиләләрҙән балалар, шулай уҡ инвалидтар саҡырылды. Бөтәһе 8-15 йәшлек 780 бала.
Унда республиканың 30 район-ҡалаһынан 300-ләгән уҡыусы килде. Уларҙы «Йәшел сауҡалыҡ» шифаханаһына урынлаштырҙылар.
Байрамда балаларға «Ҡыш бабайҙың тылсымлы циркы!» тип аталған яңы йыл тамашаһы оҡшаны. Һәр йәш тамашасыға яңы йыл бүләге йыйылмаһы тапшырылды. Унда рюкзак, йомшаҡ уйынсыҡ, татлы бүләк һәм «Әкиәт яланында» китаптары бар, тип хәбәр иттеләр Мәғариф министрлығынан.
Балаларҙы ташыу өсөн биш «Башавтотранс» автобусы йәлеп ителде.